2018 йыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде

2018 йыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде
Йома көндө Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды республикала Ғаилә йылы тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документ Рәсәй Президентының «Рәсәй Федерацияһында Балалыҡ ун йыллығын иғлан итеү тураһында»ғы Указына ярашлы төҙөлдө һәм дәүләт ғаилә сәйәсәтен камиллаштырыуға, ғаилә институты абруйын нығытыуға һәм уға ярҙам итеүгә йүнәлтелде. Башҡортостан Хөкүмәтенә Ғаилә йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составын һәм саралар планын раҫларға йөкләмә бирелде.

Муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәренә урындағы ойоштороу комитеттары булдырырға һәм тейешле саралар уҙғарырға кәңәш ителде.
Рөстәм Хәмитов тәүгә 13 декабрҙә республика Хөкүмәте ултырышында 2018 йылды Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан итеү тәҡдимен белдерҙе. Ғаилә йылының саралары ғаилә институтын үҫтереү, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу буйынса дәүләттең, йәмғиәттең һәм бизнестың көсөн берләштерергә тейеш, тип билдәләне ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йыл Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителде. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, ошо ике йүнәлеш – волонтерлыҡ һәм ғаилә сәйәсәте – бер-береһен тулыландырырға тейеш.
– Волонтерлыҡ ирекмәндәрҙең төрлө форумдарҙа, сараларҙа ҡатнашыуы ғына түгел, тәү сиратта көн һайын, шул иҫәптән ғаилә именлеге, йәмғиәтебеҙҙең ячейкаһын үҫтереү өсөн даими эшләү икәнлеген беләбеҙ, - тип билдәләне республика башлығы. – 2018 йыл йомғаҡтары буйынса файҙа алырбыҙ һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшербеҙ, тип ышанам. Ләкин бының өсөн, әлбиттә, эшләргә кәрәк.
БАШИНФОРМ.

Оставить комментарий