Һуңғы эштәр аҙағына еткерелде

Белореттар ҡалала барған бик күп төҙөкләндереү эштәренә шаһит булды.
41 күп фатирлы йорт ингән 22 йорт алдында ла йәй буйы капиталь ремонт эштәре барҙы. Быларҙың барыһы ла «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Ҡала мөхите» проектына ярашлы башҡарылды. Ошо көндәрҙә файҙаланыуға тапшырылған 3 балалар майҙансығы был проект буйынса тормошҡа ашырылған һуңғы эштәр булды.
Майҙансыҡ ҡуйылған 12-се биҫтәлә күп фатирлы бер нисә йорт бар. Яҡында ғына бер түгел, ике балалар баҡсаһы эшләй. Шуға күрә, бында кескәйҙәр һаны ла бик күп. Шул сәбәпле, майҙансыҡты ҡайҙа урынлаштырыу мәсьәләһе лә булманы. Хәҙер бында ысын мәғәнәһендә уйын ҡаласығы барлыҡҡа килде.
Ленин урамындағы 33-сө йортҡа һәм уға яҡын тирәләге йорттарға ла капиталь ремонт яһалғайны. Был территорияла ла уйын майҙансыҡтары етешмәй ине. Хәҙер бында йәшәгән балалар ҙа заманса уйын комплексында күңел аса ала. «Ҡала мөхите» проектына ярашлы, бындай майҙансыҡ Пушкин урамының бер ихатаһына ла ҡуйылды. Бындағы матур үҙгәрештәр шунда уҡ иғтибарға эләгә.
Эльха Мөхәмәҙиева.
Оставить комментарий