"Наил ағай булам... "

"Наил ағай булам... "
Ике малайҙың бер-береһен уҙҙырып һөйләшкәне ҡышҡы паркты яңғырата. Икеһенең уртаһында килгән әсәләре әле береһенә, әле икенсеһенә ҡарап тыя.
- Шымыраҡ, ныҡ ҡысҡырышмағыҙ.
- Әсәй, мин Наил ағай булам! - Мин дә, мин дә, - ти икенсеһе.
- Спецназ булабыҙ тигәйнегеҙ ҙәһә.
- Унда ҡыҙыҡ. Кнопкаға баҫып ебәрә, ятып китәһең. Алдыңда “рулить” итә торған нәмәләре күп. - Өҫтәленең тартмаһы тулы әлләмәкәйҙәр, ивет?
Тызз да бызз! Балаларҙың, моғайын, теш врачынан ҡайтып килеүҙәрелер. Үҙебеҙҙең дә юл шунда.

Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының Балалар поликлиникаһы стоматология кабинетына инергә бер нисә бала үҙ сиратын көтә. “Ҡурҡам, инмәйек”, тип киреләнеп тороусыһы ла юҡ түгел.
Врач-стоматолог Наил Байтула улы Бикбаев ҡәҙимге шөғөлөнә, баяғы малайҙар әйтмешләй, “тәтәйҙәре” менән уйнарға ла тотонған.
- Йә, Динислам, үҫкәс кем булам тиһең әле?- тип һорай үҙенә мөлдөрәп кенә ҡарап ултырған малайҙан.
- Летчик!
- Маладис! Летчиктарҙың теше матур, ныҡ булырға тейеш шул. Килеп яҡшы иткәнһең батыр егет. Ҡайһы яҡтарға осорһоң икән?
- Үҙебеҙҙең ҡала ситенән.
- Улай булғас, мине лә ултыртып алып, Сермәндә төшөрөп ҡалдырырһың, йәме?
- Аэропорты булһа.
- Малай ҡыйыуланып китте, тынысланды. Әсәһенә һыйынып ҡына торған ҡыҙыҡай, һатыусы булам, тине.
- Яҡшы, һатыусы йылмайып ҡына тора, шуға ла уларҙың тештәре ап-аҡ, матур булырға тейеш.
Ана шулай һәр береһе менән һөйләшеп, маҡтап-хуплап, ҡупырайтып, йыуатып дауалап сығара балаларҙы. Бында тәрбиәсе лә, психолог та, хатта артист та була белергә кәрәк икән дәһә!
- Бала - эскерһеҙ зат, ихлас аралашҡанды ярата. Ҡурҡҡандарын төрлөсә әүрәтеп маташаһың. “Теге бызылдағыңды ғына тотма инде”, - тип инәлә ҡайһы бере. - Улай булғас, тылсымлы ҡәләмемде генә алам. Бындай ҡәләм башҡа юҡ, һинең өсөн генә һаҡлап алып ҡалғанмын, тип ҡолағына шыбырҙаған булам. Баланың күҙҙәре янып китә.
Фәриха Вәлиуллинаның тулы материалын гәзиттең 2-се һанында (05.01.17) уҡығыҙ.

Оставить комментарий