Ауыл тормошонда ҡайнап

Ауыл тормошонда ҡайнап
Ата-әсәләр, мәктәп, бала араһында бәйләнеш йылдан- йыл һүрелеп барған кеүек тойолһа ла, ҡайһы бер ата- әсәләр мәктәп тормошонда ҡайнап, төрлө яҡлап ярҙам итеп йәшәй. Сәбәп балаларының ошо мәктәптә белем алыуында түгел, ә күңел ҡушыуындалыр.
Алина һәм Фирүз Хөснөтдиновтар ауылда үткән һәр сарала, мәктәп тормошонда ҡатнашып йәшәргә тырыша. Ғаилә, төп эштәренән тыш, мәктәптә үткәрелгән өмәләрҙә, ремонт эштәрендә ҡатнашалар. Фирүз Абдулла улы Инйәр тимер юлы һағында эшләй, ә Алина Гайдар ҡыҙы тормош иптәшенең эштән, балаларының мәктәптән ҡайтҡанын тәмле аш-һыуы менән ҡаршы алып, өйҙә ултыра. Мал, ҡош-ҡорт булғанда, уларға һәр ваҡыт иғтибар бүлергә лә кәрәк бит. Хужа аҡса эшләһә, хужабикә - донъя тотҡаһы. Хөснөтдиновтар ғаиләһе өс бала, мәктәп уҡыусылары - Фидан, Вилдан һәм Наҙгөлдө тәрбиәләй.
Эльвира Хәмзинаның тулы материалын гәзиттең 2-се һанында (05.01.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий