Тормошо биҙәкле һәм матур

Тормошо биҙәкле һәм матур
Уйлап ҡараһаң, юғары технологиялар үҫеш алған заманда ҡул эштәре менән шөғөлләнеү бөтөнләй кәрәкмәгән, өҫ кейемдәрен үҙ ҡулың менән бәйләү-сигеүҙең, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләп мәшәҡәтләнеүҙең мәғәнәһе юҡ кеүек. Ә шулай ҙа ҡул эштәре менән ҡыҙыҡһыныу көндән-көн арта бара. Маһинур Мирсаяф ҡыҙы Шаһисолтанова ла ҡул эштәре менән күптән мауыға. Бына әле лә балаларына, ейәндәренә инселәп йылы ойоҡтарын бәйләп бөткәндән һуң, сағыу йөндән сираттағы өҫ кейемен бәйләргә тотондо...
Маһинур апай менән уның йылы, яҡты өйөндә һөйләшәбеҙ. Ҡайҙа күҙ һалһаң да, уның ижад емештәренә төртөләһең. Иҫ киткес матур биҙәктәр, сиккән өлгөләр, бәйләгән ойоҡбаштар. Һәр әйберҙә оҫтаның күҙ нуры, күңел йылыһы, матурлығы һаҡлана. Маһинур апайҙың тормошо оҙон, ҡайһы саҡта ауыр булһа ла, шундай уҡ биҙәкле һәм матур. Ҡасандыр был шөғөлө уға тормош алып барырға ла ярҙам иткән.
Эльвира Хәмзинаның тулы материалын гәзиттең 2-се һанында (05.01.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий