Һәр кейемгә - күңел йылыһы

Һәр кейемгә - күңел йылыһы
Һәр халыҡтың милли кейеме бар. Кейемдәребеҙҙә рух байлығы, милли үҙенсәлектәр сағыла. Йылдар үтеү менән кейенеү рәүеше лә үҙгәрҙе. Ә шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр тамырҙарын иҫтә тотоп, талаптарға тура килтереп, мәҙәниәтебеҙҙең үҫешен дауам итә һәм традицион элементтарҙы ҡулланып матур кейемдәр тегә.
Йөйәктән Нәғимә Ғарипова ла шундай оҫталарҙан һанала. Ғөмүмән, Инйәр төбәге Нәғимә Хөснулла ҡыҙы кеүек оҫталарға бай. Ауыл кешеһенең тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек көндәлек эше булһа ла, оҫтабикә яратҡан шѳғѳлѳнә ваҡыт таба.

Архангел районы Аҙау ауылы ҡыҙы кейемдәрҙе йәштән үк тегеп кейә. Тора- бара уның оҫталығын иптәш ҡыҙҙары ла күреп ҡала һәм заказдар бирә башлай. Күлдәк-итәктәр, һыу инеү костюмдары тегеп дуҫтарын ҡыуандыра. Баш ҡаланың педагогия училищеһында белем алған Нәғимә Хөснулла ҡыҙы 80-се йылдарҙа тормош иптәше менән тимер юлы төҙөлгәндә эшкә килеп, Йөйәктә төпләнәләр. 16 йыл балалар баҡсаһында тәрбиәсе, мөдир булып эшләй. Ошонда уның башҡорт кейемдәре лә тегеп ҡарау теләге уяна. Бала саҡтан тегенгәнгә күрә, мәктәп йәшендәге кескәй артистарға милли кейемдәр тегеп кейҙереү ауыр булмай. Балалар һаны кәмеп, баҡса ябылғас, уға һөнәрен алыштырырға тура килә. Ә инде ғаиләгә йәм өҫтәп, ҡыҙҙары тыуғас, уларға кейемдәрҙе магазин кәштәләренән эҙләп ыҙаламай (ул ваҡытта кәштәлә кейем дә тулып ятмай ине шул) Нәғимә апай. Пальто- курткалары, сығарылыш кисәләренә теккән күлдәктәре матур, заманса килеп сыға. Хәҙер инде ейәндәре яратҡан өләсәйҙәренең йөрәк йылыһын ҡушып теккән, бәйләгән кейемдәрен, ойоҡ- бейәләйҙәрен кейеп ҡыуана.
Эльвира Хәмзинаның тулы материалын гәзиттең 2-се һанында (05.01.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий