Йәштәрҙең тормошо - йәштәрсә

Йәштәрҙең тормошо - йәштәрсә
Атаһының оҫта ҡулдары менән эшләнгән сәңгелдәктә тыныс ҡына ҡыҙ бала йоҡлай. Ағаһы, бәләкәй һеңлеһенең йоҡоһон бүлмәй генә, бишек янында уйынсыҡтары менән уйнай. Яратҡан машиналары менән уйнап туйғас, китаптарын тотоп, аш бүлмәһендә йөрөгән әсәһе янына ашыға. Өй мәшәҡәтенән бушамаған йәш әсә ошо ике йыуанысына - бәләкәстәренә ваҡытын да, һөйөүен дә йәлләмәй. Оҙаҡламай тормош иптәше, балаларының атайҙары ла эштән ҡайтасаҡ. Ошондай ҡыуаныслы ғаилә мәшәҡәттәре менән үтә Вилиә Мөхәмәтшинаның кѳнѳ. Оҙаҡламай ѳс йәшен тултырасаҡ Морат һәм туғыҙ айлыҡ кескәй Мәҙинә менән өйҙә декрет ялында ултыра йәш хужабикә.
Ғаилә - йәшәү башланғысы, мөхәббәт, ихтирам сығанағы. Ғаиләлә йәшәү көсө бирерлек йылы усаҡ, унда һыйыныр тыныс урын таба белә кеше. Һәр беребеҙ ер йөҙөнә яратырға, донъя ҡорорға, бәхетле булырға килгәнбеҙ. Йөйәк йәштәре - Вилиә һәм Айгиз Мөхәмәтшиндарҙың да матур туйҙар үткәреп, ғаилә ҡороп йәшәй башлауҙарына дүрт йыл ғына әле. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, тормоштарын да лайыҡлы башлап ебәргән улар. Белорет медицина колледжын тамамлаған йәш белгес - Вилиә хеҙмәт юлын тыуған ауылында башлай. Айгиз дә Өфө автотранспорт колледжын бөтөп, Йөйәгенә ҡайта. Тимер юлында эшен башлағансы, ауыл пилорамаһында эшләп ала. Шунда буласаҡ йорттарының бурсаларын әҙерләй һәм һатып ала. Йәштәр Айгиздең ата-әсәһе янынан ер алып, бура ултырта. Бәләкәйҙән эш рәтен белеп үҫкән Айгиз был юлы ла һынатмай.
Эльвира Хәмзинаның тулы материалын гәзиттең 2-се һанында (05.01.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий