Ҡулынан ҡот китмәһен!

Ҡулынан ҡот китмәһен!
Электән хужабикәләр иң ҡәҙерле балаҫ-юрғандарын, мендәрҙәрен һандыҡ өҫтөнә йыйып һалыр булған. Әсәйҙәр ҡыҙ балалары донъяға килеү менән уларға инселәп һандыҡ эшләткән, бирнәлек әйберҙәрен йыйып, шунда һалған. Бәләкәй саҡта, беҙ ҙә өләсәйҙең һандығын асҡанын тилмереп көтә торғайныҡ. Түрҙән - урындыҡтан урын алған һандыҡтың ҡапҡасы асылыу менән ейәнсәрҙәр һандыҡ янына йүгереп килә инек. Һандыҡтағы әйберҙәрҙең күплеге! Ҡаты шәкәре, уны яра торған ҡыҫҡысы, йөҙөм-еләге, ҡаҡ, башҡа тәмлекәстәре, икенсе бүлегендә фото-документтары, миҙалдар, дини китаптар, хат-открыткалар, һабын, яңы яулыҡ-кейемдәре һәм башҡа әйберҙәре һыйған һандыҡты белмәгән кеше юҡтыр. Дөрөҫөрәге, бында тотош бер ғүмер һыйған! Ҡыҙ баланы ла кейәү йортона бирнәле һандыҡ менән оҙатыу йолаһын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы, был матур йола бөгөн дә халҡыбыҙҙа юғалмаған, шуға күрә семәрле хазинаны булдырыусы оҫталарҙың хеҙмәтенә ихтыяж бар әле.
Йөйәктә йәшәгән Рәдиф Солтанов - боронғо кәсепте әлеге көндә дауам итеүселәрҙең береһе.

Ауыл урамына килеп ингәс тә, йәш оҫтаның ҡулдары менән эшләнгән йорто әллә ҡайҙан күренеп, үҙенә саҡырып тора. Ҡапҡаны асып, эскә үтеү менән оҫта ҡулы тейгән әйберҙәр күҙгә ташлана. Тыштан уҡ семәрләп эшләнгән матур кәрнизгә, тәҙрә яҡтарына иғтибар итәһең, эскәрәк үтһәң - ишек баштарында төрлө фигура-һындар эшләп эленгән.
Йәш оҫта менән дә яҡынданыраҡ танышабыҙ. Рәдиф Йөйәк ауылында тыуып үҫкән. Ауыл мәктәбендә белем алып, 26-сы һөнәрселек училищеһында (хәҙерге Төҙөлөш колледжы) ташсы һөнәрен алып сыға. 2002 йылдан алып Инйәр торлаҡ- коммуналь хужалығында слесарь булып эшләй. "Асы" шифаханаһында эшләгән тормош иптәше Светлана менән IV класта белем алған Рәсилә һәм алты йәшлек Рәмилде тәрбиәләй.
Эльвира Хәмзинаның тулы материалын гәзиттең 2-се һанында (05.01.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий