Атай - донъя тотҡаһы

Атай - донъя тотҡаһы
Ғаиләлә әсәй роле ни тиклем мөһим булмаһын, атай уның ҡаҙығы, тотҡаһы булып ҡала. Бигерәк тә мосолман халҡында уның баһаһы юғары, һүҙе - закон. Ә инде ғаиләһендә генә түгел, ауыл халҡы араһында ҙур абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған ир- аттарҙың булыуы яҡындары өсөн дә, халҡы өсөн дә оло табыш, мәртәбә.
Ғәбдөктә тыуып үҫкән, ошонда төпләнеп матур донъя көткән, балалар үҫтергән, 36 йыл туған мәктәбендә балаларға белем һәм тәрбиә биргән, 30 йыл директор вазифаһын намыҫлы башҡарған Мозафар Абдулла улы Абдрахмановтың хеҙмәтенә лә, ғаиләһенә лә һоҡланмау мөмкин түгел. Кеше ғүмерен хеҙмәт һәм балалар биҙәй. Был йәһәттән ауылдың абруйлы аҡһаҡалына көнләшергә генә ҡала. Юҡҡа ғына уға 1993 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелмәгән. Силәгенә күрә - ҡапҡасы, тигәндәй, үҙе кеүек уңған, әҙәпле, оҫта ҡуллы Рәйфә Сәғәҙәт ҡыҙы менән бына тигән 4 ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерәләр һәм белем бирәләр. Өс ҡыҙҙары ла атай юлын һайлап, мәктәптә матур итеп эшләп йөрөйҙәр. Лира Мозафар ҡыҙы - директор, математика һәм физиканан белем бирә. Айгөл Мозафар ҡыҙы технологиянан уҡытһа, Люциә Мозафар ҡыҙы башланғыс класс уҡыусыларын белем донъяһына әйҙәй. Ә инде Гөлсинә ҡыҙҙары Инйәрҙә тегенсе булып эшләй. Бәйләмгә, тегенгә оҫталығы уға әсәһенән күскән. Рәйфә апайҙың ҡул эштәре биҙәгән йорт музейҙы хәтерләтә.
Зөлфирә Сөләймәнованың тулы материалын гәзиттең 3-4 се һанында (12.01.17) уҡығыҙ.

Оставить комментарий