Алтын пар

Алтын пар
Оҙаҡ йылдар татыу тормошта, аңлашып ғүмер иткән ир менән ҡатын бер-береһен ярты һүҙҙән һәм күҙ ҡарашынан да аңлай башлай, тиҙәр. Боғанаҡ ауылында йәшәгән КАМАЛОВТАР ярты быуат эсендә ике аралағы йылы хистәрен, ихтирамдарын, йылылыҡ хисен юғалтмаған. Донъя йѳгѳн бергә тартып, ғаилә тигән арбаны бер йүнәлешкә һѳрәп кѳн итеүҙәренә 51 йыл да булып киткән.
Мѳләйем йѳҙлѳ Асия инәй менән Барый апа мине ихлас ҡаршы алдылар. Ололарса йыйнаҡ итеп йыйыштырылған, ниндәйҙер эске йылылыҡ бѳркѳлѳп торған ѳй түренә үткәс, Барый Ҡунаҡбай улы, хеҙмәт кенәгәһенә уйсан ҡарашын тѳбәп, ғүмер йомғағын һүтә башланы:
- Мин 1937 йылда Олойылға ауылында тыуҙым. Һуғыш ваҡыты булғас, уҡырға форсат теймәне, ни бары дүрт класты ғына бөттөм. Ғаиләлә биш бала үҫтек, мин иң олоһо. Атайыбыҙ йәшләй генә үлеп ҡалғас, әсәйемә кесе туғандарымды ҡарашырға ярҙам итеү ѳсѳн бала ғына көйөнә эшкә тѳшѳргә тура килде. Йәшем бәләкәй булғас, башта леспромхозда миҙгелле эштәрҙә генә йѳрѳттѳләр, унан, армияға алынғанға тиклем, ҡаланың яғыулыҡ системаһында эшләнем.
Яҙмышының ауыр, һынылышлы осоро иҫенә тѳшѳүҙән күҙҙәренә йәштәр эркелеп бер аҙ тынып ҡалды. Унан, тышы бер аҙ таушала биргән хәрби билетын ҡулына алғас, һүҙен дауам итте:
- Германияла ѳс йыл ярым Ватан алдындағы бурысымды үтәп ҡайтҡандан һуң киң профилле тракторсы-машинист һѳнәренә курс бѳтѳрҙѳм. Тимер сым үреүсегә лә уҡып алғас, ҡаланың 16- сы цехында волощильчик булып эшләй башланым. Тап ошо осорҙа, 1962 йылдың ғинуарында, Ѳмѳтбай ауылы ҡыҙы Асия менән ғаилә ҡорҙоҡ.
Рәсимә Сәлихованың тулы материалын гәзиттең 3-4 се һанында (12.01.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий