Ғәмәлдәре изге

Белорет металлургия колледжы студенттары, һәр йылда ла уҙғарылған мәрхәмәтлек акцияһына ярашлы, ҡаланың сабыйҙар йортона барҙы. Улар кескәйҙәрҙе Яңы йыл байрамы менән ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы.
Студенттар кескәйҙәргә бүләктәр генә тапшырып ҡалманы, ә күңелле тамаша ла күрһәтте. Улар Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ролендә кескәйҙәргә шатлыҡ өләште. Йәштәр сценарийҙы ла үҙҙәре уйлаған, бүләктәрҙе лә үҙ аҡсаһына һатып алған. Металлургия колледжы студенттары был акцияны тәүгә генә ойоштормай. Улар тарафынан һәр Яңы йыл байрамы алдынан ошондай мәрхәмәтлек акцияһын уҙғарыу матур традицияға әйләнгән. Ҡайһы балалар учреждениеһына барыуҙы студенттар үҙҙәре хәл итә. Улар ошондай уҡ акцияны Үҙән балалар йортонда ла ойошторҙо.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.

Оставить комментарий