“Уйнарға ла әле уйнарға”

“Уйнарға ла әле уйнарға”
Илебеҙ Яңы йыл куранттары һуғыуын көткәндә, Сермәндә коллегабыҙ, остазыбыҙ, киң күңелле кеше, күп тармаҡлы ауыл клубының аккомпаниатор-баянсыһы Венера Мәхмүт ҡыҙы БИКБАЕВА матур юбилейын билдәләне.
Тыуған көнө алдынан беҙ, Венера Мәхмүт ҡыҙының коллегалары, юбиляр менән әңгәмәләштек.
► Венера Мәхмүт ҡыҙы, тыуған көнөгөҙ менән ҡотлап, Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйбеҙ.

- Рәхмәт!
► Ҡасан тәүге тапҡыр ҡулығыҙға баян алыуығыҙ тураһында һөйләгеҙ әле. Ул ваҡытта һеҙгә нисә йәш ине?
- Хәтерләмәйем дә инде (көлә). Бала саҡтан уҡ уйнайым. Тәүҙә ике рәтле баяным булды. Ә хәҙер күп кенә музыка ҡоралдарында уйнайым. Баянда уйнау ғүмерлек һөнәрем булып ҡалды. Ғөмүмән, төрлө ҡоралдарҙа уйнау ҡанымда тиһәң дә була. Баянда Инсаф, Мансур ағайҙарым, Сәүҙә, Вәсилә апайҙарым уйнаны. Әсәйем мандолинала уйнаны, ә атайым әле һаман да ҡурайын ҡулынан төшөрмәй.
► Ғүмерегеҙҙе мәҙәниәткә бағышлағанығыҙға үкенмәйһегеҙме?
- Машина йөрөтөүҙе туҡтатҡаныма үкенәм. Транспорт йөрөтөүгә хоҡуғым (правам) әле лә бар. Тәүге һөнәрем буйынса водителмен. “ГАЗ-52” машинаһында пропан ташыным. Һуңынан музыкаға булған һөйөүем үҙенекен итте. 1973 йылда Стәрлетамаҡ культура- ағартыу училищеһының оркестр бүлегенә уҡырға индем. 1977 йылда уҡыу йортон тамамлап, үҙешмәкәр халыҡ инструменттары оркестры етәксеһе булып сыҡтым. Шунан бирле баяндан айырылмайым.
► Әгәр ҙә ғүмерҙе кире ҡайтарып булһа, унда нимәһен үҙгәртер инегеҙ?
- Йәшәлгән ғүмеремә үкенмәйем. Күп йылдарымды балаларға бағышланым. Балалар баҡсаһында, Сермән балалар йортонда эшләнем. Бәләкәй артистарымды йырға өйрәттем, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләнем. 22 йыл балалар менән эшләү осоронда тѳрлө район, республика конкурстарында ҡатнаштыҡ, призлы урындар яуланыҡ. Әле хаҡлы ялда булһам да, Сермән күп тармаҡлы ауыл клубында аккомпаниатор булып эшләйем. 30 йыл “Хәтирә” халыҡ фольклор ансамблендә хеҙмәт итәм. Мәҙәниәт өлкәһенә ғүмеремдең күп өлөшөн бағышланым.
Юбиляр менән Сермән күп тармаҡлы ауыл клубы белгесе Зөлфиә ЯЛАЛЕТДИНОВА әңгәмә ҡорҙо.
Тулы әңгәмәне гәзиттең 3-4 һанында (12.01.17) уҡығыҙ.

Оставить комментарий