"Халыҡтың беҙгә ышанысы арта"

"Халыҡтың беҙгә ышанысы арта"
Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре көнө Рәсәйҙә 1996 йылдан башлап үткәрелә. Ә 1722 йылдың 12 ғинуарында Рәсәй императоры Петр Беренсенең исемле Указы менән сенатта беренсе тапҡыр генерал-прокурор посы раҫлана һәм Рәсәй прокуратураһы институты барлыҡҡа килә. Үтеп киткән йылда ведомствоның ниндәй эштәр башҡарыуы тураһында беҙгә Белорет район-ара прокуроры Виктор ЦИВИЛЕВ һөйләне.
► Виктор Сергеевич, район-ара прокуратураһы менән етәкселек итеүегеҙгә бер йыл. Был һөҙөмтәләр яһар өсөн етерлек ваҡыт. 2017 йылғы эш һөҙөмтәләре менән гәзит уҡыусыларҙы таныштырһағыҙ ине.
- Белорет районы - республикала иң ҙур район, шулай булғас эштәр ҙә күп. Үткән йылда 1670 енәйәт теркәлгән. Уларҙың һәр береһе прокуратура аша үтте, сөнки беҙ енәйәт эше ҡуҙғатыуҙың законлылығын тикшерәбеҙ. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһе буйынса, 1700-ҙән ашыу хоҡуҡ боҙоу теркәлде, 790 ғариза судҡа ебәрелде, 348 тәҡдим индерелде, 1608 мөрәжәғәт ҡаралды. Ә прокурор ҡарары менән 157 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
► Ниндәй һорауҙар һәм мәсьәлә буйынса прокуратураға мөрәжәғәт итәләр?
- Халыҡҡа боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеүҙә һѳҙөмтәле ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ. Һуңғы йылдарҙа халыҡтың ышанысы беҙгә ҡарата арта ғына. Был, тәүге сиратта, мөрәжәғәт итеүселәрҙең һәр ваҡыт артып тороуынан күренә. Граждандар күберәген торлаҡ һәм хеҙмәт хоҡуҡтарын һаҡлау һорауҙары буйынса мөрәжәғәт итәләр.
Э.Хәмзина.
Тулы әңгәмәне гәзиттең 3-4 һанында (12.01.17) уҡығыҙ.
Оставить комментарий