Ѳй туйланылар

Ѳй туйланылар
2012-17 йылдар дауамында район-ҡалала етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға 128 торлаҡ тапшырылған. Бөгөнгө көндә торлаҡ алыуға сиратта 105 етем һәм ата- әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала тора.
Яңы йыл алдынан да уларҙың ҡайһы берҙәре күптән көтөлгән бүләктәрен алып ҡыуанды. Ҡаланың Твердышев урамында төҙөлгән йорттоң тәүге асҡыстарын тапшырыу тантанаһы үтте. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 5 балаға фатир асҡыстарын муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов тапшырҙы. Владислав Геннадьевич фатир хужаларын ҡотлап, етем балаларға торлаҡ мәсьәләһен ыңғай хәл итеү өсөн дәүләт тарафынан айырыуса иғтибар бүленеүен билдәләп үтте. - Яңы йыл алдынан, әлбиттә, һеҙгә ҙур бүләк булды. Һеҙ, тәүгеләрҙән булып, иркен, яҡты йортҡа аяҡ баҫаһығыҙ. Бөгөн алдығыҙҙа яңы мөмкинлектәр асыла, сөнки һеҙҙең үҙ йортоғоҙ бар. Бында үҙ ғаиләгеҙҙе, киләсәгегеҙҙе ҡорасаҡһығыҙ. Быйыл 20 етем балаға яңы фатир асҡыстарын тапшырҙыҡ. Был эште артабан да дауам итербеҙ. Йорттар төҙөйәсәкбеҙ һәм фатирҙар һатып алыуҙы дауам итәсәкбеҙ, - тине хакимиәт башлығы. Илдар Тутманов етәкселәргә фатир алыусылар исеменән рәхмәт әйтеп, барыһын да фатирына саҡырҙы. Яңы хужаларға инселәнгән барлыҡ фатирҙарҙа ла заманса ремонт эшләнгән. Линолеум түшәлгән, сантехника һәм шәхси йылытыу ҡорамалдары менән йыһазландырылған.
Эльвира ХӘМЗИНА әҙерләне.
Айгѳл КИРАМОВА фотоһы.
Оставить комментарий