Белемдәрен һынанылар

Белемдәрен һынанылар
Өфө ҡалаһында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса тѳбәк-ара олимпиада уҙҙы.
Унда республиканың район-ҡалаларынан һәм Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән 300-гә яҡын IX-XI класс уҡыусыһы ҡатнашты. Башҡорт телен дәүләт теле, туған тел булараҡ өйрәнеүселәр һәм милли мәктәп уҡыусылары төркөмдәргә бүленеп ярышты. Бәйге ѳс турҙа уҙҙы. Беренсеһе инша яҙыу булһа, икенсеһе текст менән эшләү, уға лингвистик анализ яһауҙан, өсөнсө турҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса тест һорауҙарына яуап биреүҙән торҙо.

Республиканың иң кѳслѳ уҡыусылары йыйылған олимпиадала беҙҙең райондан 7 уҡыусыға үҙ белемен һы- нап ҡарау бәхете тейҙе. Милли мәктәптәрҙән: Манышты мәктәбенең IX класс уҡыусыһы Шәүрә Миһранова (уҡытыусыһы Р.М. Байрамғәлина), ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының X класс уҡыусыһы Гөлгөнә Шәрәфетдинова (уҡытыусыһы С.М. Ҡаһарманова), Инйәрҙең 2-се башҡорт мәктәбенең XI класс уҡыусыһы Эльвина Сәлихова (уҡытыусыһы Ә.М. Саматова), башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәрҙән: ҡаланың 13-сө мәктәбенән Вадим Ғәлләмов (уҡытыусыһы С.Б. Шәғәлина), Сермән мәктәбенең X класс уҡыусыһы Рәлиф Хәлитов (уҡытыусыһы Н.С. Әхмәтова), 21-се мәктәптең XI класс уҡыусыһы Азалия Вәлиева (уҡытыусыһы И.В. Нафиҡова), башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәрҙән Бе- лорет компьютер мәктәбенең IX класс уҡыусыһы Егор Коробкин (уҡытыусыһы Л.Ғ. Пудинова) тиҫтерҙәре менән ярышты.
Дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыған Эльвина Сәлихова (һүрәттә), лицей, гимназия уҡыусылары менән бер сафҡа баҫып, ете призер араһына инде. Ул Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Гөлгөнә Шәрәфетдиноваға иң көслө етәү араһына инер өсөн ни бары ике балл етмәне, һөҙөмтәлә ул һигеҙенсе урынды биләне.
Рәсимә СӘЛИХОВА.
Оставить комментарий