Ҡояшлы бала - ғаилә ҡояшы

Ҡояшлы бала - ғаилә ҡояшы
Ҡалала йәшәгән Эльвира һәм Юнир Ғәлиәхмәтовтар ғаиләһенең тыныс, бер көйө генә барған тормоштарын бер тынала үҙгәртеп, аҫтын-өҫкә әйләндергән кинйә малайҙары, “ҡояшы” - Азат тураһында буласаҡ һүҙебеҙ.
Ғәлиәхмәтовтар өйҙә бикләнеп ултырыуҙы яратмай. Мөмкин тиклем төрлө конкурстарҙа, сараларҙа ҡатнашып, ярайһы уҡ призлы урындар яулап өлгөргән ғаилә. 2014 йылда республиканың “Әсә йөрәге” йәмғиәте ойошторған ғаилә конкурсында еңеү яулағандар. Гөлшат Ибраһимова етәкләгән йәмғиәт саҡырыуы буйынса “Атай барыһын да булдыра” кулинарҙар оҫталығы буйынса III республика конкурсында ҡатнашалар. Азат, Эльвира һәм Юнир Ғәлиәхмәтовтар үҙ оҫталыҡтарын күрһәтә. Жюри ағзаларына ғаиләнең үҙенсәлекле визит картаһы, девизы, сувенирҙары, аш-һыуы оҡшай. Ә атайҙарының усаҡта бешергән балыҡ һурпаһы бигерәк тә тәмле була һәм башҡа конкурсанттарҙыҡынан айырылып тора. Ғаилә лайыҡлы сығыш яһап, гран-при яулай.
Эльвира Хәмзинаның тулы материалын гәзиттең 6 һанында (19.01.18) уҡығыҙ.
Оставить комментарий