Бар Сермәндә шундай ғаилә!

Бар Сермәндә шундай ғаилә!
Буранлы, ап-аҡ ҡарлы оҙон ҡыштың 20 ғинуарында Баймаҡ районының Бәхтигәрәй ауылында йәшәгән Мәфтуға һәм Ғиниәт Хоҙайбирҙиндарҙың ишле ғаиләһендә етенсе бала булып Зәлифә исемле ҡыҙ донъяға килә. Сабый тыуғас та, әсәһе ҡаты ауырып китеп, дауаханаға эләгә һәм унда өс ай ятырға тура килә. Бала табыу йортонан Зәлифәне атаһына алып сығырға тура килә. Яңы тыуған сабыйҙы өс ай буйына күршеһе, әсәһенең әхирәте Лилиә менән атаһы ҡарай. Лилиә апайының да ғаиләһендә бәләкәй Таһир улы үҫә. Шулай итеп, дауахананан әсәләре нығынып сыҡҡансы, атай ҡуйынында йоҡлап, егеттәрҙәй сынығып үҫкән ул. Бәлки, шуғалыр ҙа атлай башлау менән атҡа ултырам, тип ашҡынып торғандыр. Ә инде әҙерәк үҫә төшкәс, атаһы алдына ултырып һыбай йөрөй ул.
- Атайым ул ваҡытта колхоз көтөүен көттө. Ауыл осонда көтөүҙе күргәс тә, апайым менән кемуҙарҙан ҡаршы йүгерә торғайныҡ. Атҡа атланып, көтөүҙе оҙатып, ялан кәртәгә бикләп ҡайта инек, - ти ул хәтирәләргә бирелеп. - Ә VII класты тамамлаған йылы атайым миңә салғы тотторҙо. Алдына ҡуйып, салғыны дөрөҫ тоторға өйрәтте. Беҙ өс ҡыҙ - апайым, мин һәм һеңлем еләк-емеш йыйыуға ла шәп булдыҡ. Көнөнә икешәр тапҡыр урманға барып, биҙрәләребеҙҙе тултырып ҡайта инек. Әсәйҙәргә бүлеп бирелгән сөгөлдөр яланында ла, колхоз һарыҡтарын ҡырҡышырға ла балалары ярҙам итте. VII класты тамамлағас, ферма мөдире Ирек Бикмәтовтың колхоз фермаһына йәйгелеккә һауынсы кәрәклеген бошоноп һөйләп ултырғанын ишетеп ҡалдым да: “Ирек ағай, ҡайҙа үҙем һауынсы булып барайым”, - тигән теләк белдерҙем. Ул ни, шатланып риза булды. Йәйен эшләп алған 80 һум аҡсама, Сибайға барып, атайым менән әсәйемә, ағай-апайҙарыма, һеңлемә, ғөмүмән, һәр береһен ҡыуандырырҙай бүләктәр, ә үҙемә мәктәп кәрәк- яраҡтары, кейем алып, баштан-аяҡ кейенеп ҡайттым. Колхоз рәйесе Әғзәм Ниғмәтуллин Белем көнөндә мәктәпкә килеп, миңә Грамота тапшырҙы һәм ҡул сәғәте бүләк итте. Мин уларҙы әле лә бер хәтирә итеп, ҡәҙерләп һаҡлайым, - ти ул йылмайып.
Люциә Шаһиморатованың тулы материалын гәзиттең 6 һанында (19.01.18) уҡығыҙ.
Оставить комментарий