Ил халҡы етди ваҡиғаға әҙерләнә

Илебеҙ халҡы мөһим сәйәси ваҡиғаға әҙерләнә. Ошо йылдың 18 мартында Рәсәй Президентын һайлайбыҙ. Был сараға теүәл ике ай ғына ваҡыт ҡалды.
Кандидаттар тəҡдим итеү кампанияһы уҙған йыл 18 декабрҙə старт алғайны. Һайлау кампанияһына бюджеттан 17, 69 млрд. һум аҡса бүлеү ҡаралған. Ил башлығы алты йылға һайлана. Әгәр ҙә һайлауҙың икенсе туры талап ителә икән, ул өс аҙнанан һуң, йәғни 8 апрелдә үткәрелә.
Әлеге ваҡытта бөтә илдә ошо етди сараға әҙерлек, ойоштороу, аңлатыу эштәре алып барыла. Бөгөн 64 кеше яуаплы вазифа биләп, ил менəн етəкселек итергә телəк белдергəн. Законға ярашлы, үҙен ил президенты итеп күрһәтергә теләгәндәргә ҡултамғалар йыйыу бурысы ла тора. Үҙ кандидатураһын ҡуйған 43 кеше был эште мотлаҡ үтәргә тейеш, ә инде төрлө фирҡәләр тәҡдим иткән 21 кандидатҡа был талапты үтәмәҫкә лә мөмкин. 300 мең кешенең ҡултамғаһын йыйғас ҡына, кандидат булараҡ теркәлергә мѳмкин. Ҡултамғаны төрлө ерҙән йыйыу шарт, бер төбәктән 7 500 ҡултамға булырға тейеш. Рәсәй төбәктәрендә ғәмәлдәге Президент Владимир Путиндың кандидатураһын хуплап ҡултамғалар йыйыу башланды ла инде. Ошо йәһәттән “Еңеү ирекмəндəре” хəрəкəте республикала ике урында, Өфө һәм Октябрьский ҡалаларында пункт булдырҙы. Ҡултамғаларҙы тикшереү ѳсѳн тѳрлѳ ѳлкәләрҙән 100 кеше йәлеп ителә.
Башҡортостанда һайлау кампанияһын 69 территориаль һайлау участкаһы хеҙмәтләндерәсәк. Рәсәй Президентына тауыш биреү ѳсѳн 3436 һайлау участкаһы булдырыла, ә халыҡтың ваҡытлыса килеү урындары ѳсѳн 37 участка ойоштороласаҡ. Ваҡытлыса участкалар Ѳфѳ, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы, Дүртѳйлѳ районындағы дауаханаларҙа, шифаханаларҙа, бала табыу йорттарында, тикшереү изоляторҙарында эшләйәсәк.
Эльза Мѳхәмәҙиеваның тулы материалын гәзиттең 6-сы һанында (19.01.18) уҡығыҙ.
Оставить комментарий