Донъяға - күңел күҙе менән

Донъяға - күңел күҙе менән
Предприятиеның тарихына күҙ һалһаң, инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу тураһында ҡарар Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ҡабул ителә. Күптәр фронттан зәғифләнеп ҡайта. Оҙаҡ дауаланғандан һуң, Белоретҡа фронтовик, авиация майоры Василий Васючков килә. Күреү буйынса инвалид Василий Степановичтың партия һәм йәмәғәт эшендә тәжрибәһе лә байтаҡ. Ветеран күҙҙәре насар күргән белореттарҙың яҙмышына битараф ҡалмай. Тиҙҙән талантлы, ғәйрәте ташып торған йәш офицер ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡалала йәшәгән инвалидтарҙы үҙе тирәләй туплауға ирешә. Оҙаҡламай, бюро һәм ревизия комиссияһы составтары ағзалары һайлана, уҡыу-производство оҫтаханалары асыла. Шулай итеп, 1951 йылдың 23 апрелен Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Белореттағы тәүге ойошмаһы барлыҡҡа килеү көнө тип билдәләргә мөмкин.
Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Белорет уҡыу-производство предприятиеһы 66 йыл эшләү осоронда күп кенә үҙгәрештәр, ҡаҙаныштар, һынылыштар кисергән. Ҡасандыр 700-ләгән эшсеһе булған ҙур предприятие бөгөн нисек көн күрә, ниндәй пландар менән йәшәүе тураһында һөйләүҙәрен һорап, предприятиеның генераль директоры Рәйсә Борис ҡыҙы ХАНОВАға (һүрәттә) мөрәжәғәт иттек. Әңгәмәбеҙгә коллектив тормошонда ҡайнап йәшәгән һуҡырҙар йәмғиәтенең беренсе ойошмаһы рәйесе, йыйыу цехы начальнигы Фәнил Әғләм улы Мөхәмәтшин да ҡушылды.
Эльвира Хәмзинаның тулы материалын гәзиттең 6-сы һанында (19.01.18) уҡығыҙ.
Оставить комментарий