Йәмәғәт палатаһына яңы вәкәләт

Йәмәғәт палатаһына яңы вәкәләт
Былтыр ноябрҙә Белорет районының беренсе саҡырылыш Йәмәғәт палатаһының вәкәләте тамамланды. Һуңғы ике йылда уның дүрт ағзаһы, район һәм ҡала Советына депутат булып һайланыу сәбәпле, ваҡытынан алда йәмәғәт вазифаһын ҡалдырғайны. Муниципаль район хакимиәтенең рәсми сайтында яңы ағзалар һайлауға документтар ҡабул ителеүе хаҡында иғлан бирелде. Ошоға ярашлы, район һәм ҡаланан 17 кеше, ағза булырға теләк белдереп, ғариза бирҙе. Ҡуйылған талаптар буйынса, Йәмәғәт палатаһы ағзалығына кандидаттар 18 йәштән оло булырға, районда иң кәмендә өс йыл йәшәргә һәм, иң мөһиме, ниндәйҙер йәмәғәт ойошмаһынан тәҡдим ителергә тейеш ине.
Кандидаттар араһынан Йәмәғәт палатаһының яңы составына ун вәкил һайлап алынды. Уларҙың барыһы ла тиерлек район һәм ҡалала билдәле кешеләр, башлыса социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре, төрлө йәмәғәт ойошмаларының әүҙем ағзалары.
Эльза Мөхәмәҙиеваның тулы материалын гәзиттең 7-се һанында (23.01.18) уҡығыҙ.
Оставить комментарий