Хеҙмәттәре баһаланды

Хеҙмәттәре баһаланды
Муниципаль район хакимиәтендә бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға арналған ултырыш уҙҙы.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Сафый улы Теләүбаев телмәрендә бѳгѳнгѳ кѳндә был комиссияның юғары квалификациялы белгестәренән ауыр хәлдә ҡалған балаларға, ғаиләләргә ярҙам итеү, сабыр, тотанаҡлы булыу талап ителеүен әйтеп китте һәм Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһы рәйесе Салауат Тәлғәт улы Сәғитовтың ҡотлау телеграммаһын, Белорет районы муниципаль район Советы һәм хакимиәтенең ҡотлауын уҡып ишеттерҙе. Унан һуң райондың опека һәм попечителлек бүлеге начальнигы Наталья Вандышеваға, наркологик диспансер мѳдире, психиатрия дауаханаһының табип-наркологы Рада Исаева, “Ғаилә” кѳнсығыш район-ара үҙәгенең директор урынбаҫары Юлия Казанцева, Йәштәрҙең ял итеү үҙәге директоры Вероника Шайхатарова, Кѳнсығыш район-ара ғаиләгә һәм балаларға ярҙам күрһәтеү социаль үҙәгенең со- циаль эштәр буйынса белгесе Лилия Артемова, Ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль психологик ярҙам күрһәтеү хеҙмәтенең социаль педагогы Людмила Лесниковаға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. “Балалар хаҡына - ил мәнфәғәтенә” миҙалына комиссия ағзалары - Ғәҙел Сәйетов, Надежда Корниенко, Юлия Васючкова һәм Эльвира Фәтҡуллина эйә булды.
2017 йыл йомғаҡтары буйынса, районда бәлиғ булмағандар тарафынан хоҡуҡ боҙоу осраҡтарының ике тапҡырға кәмеүе был комиссия булдырылыуҙың әһәмиәтен һәм унда эшләүселәрҙең үҙ бурысына намыҫ менән ҡарауҙарын күрһәтә.
Рәсимә СӘЛИХОВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий