Әүҙемдәр етерлек

Һуңғы йылдарҙа район һәм ҡалала үткән төрлө саралар ирекмәндәр ҡатнашлығында һәм ярҙамында үтә. Кем ул ирекмәндәр? Белоретта ирекмәндәр хәрәкәте ҡасан барлыҡҡа килгән? Был кешеләр нимә менән мәшғүл?
Ирекмәндәрҙе икенсе төрлө штаттан тыш ярҙамсылар тип әйтеүселәр ҙә бар. Улар ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә, бер ниндәй хаҡ һорамайынса, ярҙам ҡулы һуҙырға һәм мәрхәмәтлек күрһәтергә ашыға. Кемдер был юлға күңел ҡушыуы буйынса, икенсе береһе кеше ҡайғыһына битараф ҡала алмағанлыҡтан, өсөнсөләре иһә һәр ваҡытта ла йәмғиәт тормошонда ҡайнап йәшәү, аралашыу табыу өсөн килә.
Беҙҙең районда ла башҡалар өсөн ваҡытын йәлләмәгән әүҙем кешеләр етерлек. Йәштәрҙең ял итеү үҙәге ҡарамағындағы “Бергә” йәмәғәт хәрәкәтендә 72 ирекмән эшләй. Уны бер тиҫтә йыл элек ҡаланың урта махсус белем береү һәм юғары уҡыу йорттары студенттары башлап ебәрә. Тора-бара, уларға мәктәп уҡыусылары һәм актив тормош позицияһы алып барған ҡала һәм район халҡы ҡушыла. Ирекмәндәр башлыса 14 йәштән 23 йәшкә тиклем. Был эштә ҡыҙҙар малайҙарға ҡарағанда күберәк әүҙемлек күрһәтә, шуға уларҙың һаны ла күберәк.
Урындағы ирекмәндәр алып барған эш дәүмәле ҙур һәм төрлө йүнәлешле. Халыҡ-ара, Рәсәй, республика кимәлендә иғлан ителгән көндәргә һәм иҫтәлекле ваҡиғаларға арнап уҙғарылған акцияларҙың, флешобтарҙың, ултырыштарҙың һәм йыйылыштарҙың иҫәбе- һаны юҡ. Ирекмәндәр “Георгий таҫмаһы” һәм “Үлемһеҙ полк” кеүек масштаблы акцияларҙы Бөйөк Еңеү көнө уңайынан ойоштора.
Белорет ирекмәндәре махсуслаштырылған сабыйҙар йортона, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютҡа, Үҙән балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә лә ҙур иғтибар бүлә. Егеттәр һәм ҡыҙҙар ярҙамға мотаж булғандар тормошона битараф булмаған граждандар менән берлектә кәрәкле әйберҙәр йыйыу менән дә шөғөлләнә.
Уҙған 2017 йыл бушлай башҡарылған изге һәм файҙалы эштәргә бай булды. Иң әүҙем ирекмәндәр февраль аҙағында үткәреләсәк “Йыл ирекмәне” байрамы ваҡытында тәбрикләнәсәк һәм 72 кеше араһынан иң яҡшыһы һайланып алынасаҡ. Шулай уҡ был сарала үҙен ыңғай яҡтан күрһәтә алған йәш ирекмән дә билдәләнәсәк.
Йәштәр хәрәкәтенең етәксеһе Максим Субботин әйтеүенсә, 2018 йыл Белорет ирекмәндәре өсөн икеләтә иҫтәлекле буласаҡ. Быйыл улар хәрәкәттең ун йыллығын билдәләй.
Э. ЗЕКРЕНА.
Оставить комментарий