Абҙаҡтар программаға ҡушылды

Абҙаҡтар программаға ҡушылды
Абҙаҡ халҡы мәҙәниәт йортона бик мөһим мәсьәлә - “Урындағы инициативаларға ярҙам итеү” проектына ҡушылыу- ҡушылмауҙы хәл итергә йыйылды.
Ауылдан 91 кеше килһә, прогнозлау һәм һалым бүлеге начальнигы Л.Ф. Анихоязова, "Абҙаҡ" йәмғиәте директоры Н.А. Новиков, "Потенциал Недра" йәмғиәте директоры урынбаҫары И.Г. Дауытов, Ҡунаҡханалар советы рәйесе В.И. Иванов махсус рәүештә саҡырылған ине. Йыйылышты алып барыу өсөн бер тауыштан Хәмзә Салауат улы Мөхәмәҙиев - рәйес, Гөлкәй Рауил ҡыҙы Азаматова сәркәтип итеп һайлап ҡуйылды, А.Н. Монасипов менән Х.Х. Ишмырҙин тауыш йыйыусылар итеп үткәрелде. Абҙаҡ мәктәбе уҡыусылары ла был мѳһим эштән ситтә ҡалмаған. Балалар төрлө һүрәттәр төшөрөп, Абҙаҡ ауылы ниндәй ярҙамға мохтаж икәнлеген күрһәтергә теләгән. Һүрәттәр мәҙәниәт йортоноң фойеһында урынлаштырылғайны, шулай уҡ төрлө темаға яҙылған плакаттар ҙа халыҡты дөрөҫ йыйыусылар итеп үткәрелде.
Абҙаҡ мәктәбе уҡыусылары ла был мѳһим эштән ситтә ҡалмаған. Балалар төрлө һүрәттәр төшөрөп, Абҙаҡ ауылы ниндәй ярҙамға мохтаж икәнлеген күрһәтергә теләгән. Һүрәттәр мәҙәниәт йортоноң фойеһында урынлаштырылғайны, шулай уҡ төрлө темаға яҙылған плакаттар ҙа халыҡты дөрөҫ ҡарарға килергә өндәп торҙо.
Йыйылыш асыҡ итеп иғлан ителгәс, һүҙ прогнозлау бүлеге етәксеһе Лира Анихоязоваға бирелде. Ул урындағы инициативаға ярҙам итеү проекты тураһында аңлатты, Хөкүмәт бүләсәк финанс ярҙамға нимәләр эшләргә икәнлеген, нимә һа- тып алырға мөмкин булыуын һөйләп үтте һәм тауышҡа ҡуйҙы.
Әнисә Ғәзизованың тулы материалын гәзиттең 7-се һанында (23.01.18) уҡығыҙ.
Оставить комментарий