Волга буйы федераль округы төбәктәрендә транспорт именлеген тәьмин итеү мәсьәләһенә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты

Волга буйы федераль округы төбәктәрендә транспорт именлеген тәьмин итеү мәсьәләһенә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты
19 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округы төбәктәрендә транспорт именлеген тәьмин итеү мәсьәләһенә арналған кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны видеоконференция форматында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Рәсәй транспорт министры Максим Соколов үткәрҙе.
Михаил Бабич әйтеүенсә, Волга буйы федераль округында бөтә төр транспорты күрһәтелгән, бынан тыш, төбәктә пассажирҙар йөрөтөү һәм йөк ташыу күрһәткестәре лә юғары. Округ биләмәһендә 18 аэропорт, 68 тимер юл вокзалы, 561 пассажир станцияһы һәм 150 пристань урынлашҡан.
Михаил Бабич футбол буйынса Донъя чемпионатына әҙерлек барышында ла транспорттағы хәүефһеҙлек мәсьәләһенә айырым иғтибар бүлеү зарур тип билдәләне. Һуңғы йылдарҙа транспортта именлекте тәьмин итеү өлкәһендә бихисап ойоштороу һәм профилактик эштәр алып барыла. Төбәктәрҙә урындағы норматив-хоҡуки база камиллаштырыла.
Ултырышта транспорт хәүефһеҙлеге өлкәһендә Волга буйы федераль округы төбәктәре тәжрибәһе ҡаралды, ҡатмарлы мәсьәләләр буйынса фекер алышынды һәм мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде.
Беспублика Башлығы сайтынан алынды.
Оставить комментарий