Язағоловтар династияһынан

Язағоловтар династияһынан
Белорет тѳҙѳлѳш колледжында Бѳрйән районының Һарғая ауылында йәшәгән Алһыу Ишбулды ҡыҙы менән Илгиз Зәйнәғәбдин улының тѳрлѳ йылдарҙа дүрт балаһы уҡый. Илсур менән Алгиз - дѳйѳм тѳҙѳлѳш эше, Нурания парикмахер һѳнәренә уҡып сыҡҡан. Бѳгѳнгѳ кѳндә Илназ да ағайҙары уҡыған бүлектә I курста яҡшы ғына уҡып йѳрѳй.
Язағоловтар династияһы тураһында уларҙың уҡытыусылары тик ыңғай ғына фекерҙә.
- Алһыу һәм Ишбулды Язағоловтар эшһѳйәр, тәртипле, ҡара тырыш, таҙалыҡ яратҡан, ярҙамсыл балалар үҫтергән. Был ғаиләләге егеттәр ниндәйҙер эштәре беренсе тапҡырҙан килеп сыҡмаған осраҡта, һалып ҡуймай, еренә еткергәнсе ҡайтанан эшләнеләр. Барыһы ла тик “дүртле” һәм “бишле”гә генә уҡыны, уҡыуҙан тыш сараларҙа ла актив ҡатнаштылар. Илсур бѳгѳнгѳ кѳндә Урал пружина заводында эшләп йѳрѳһә, Алгиз армия сафында хеҙмәт итә. Нурания Ѳфѳлә һѳнәре буйынса эшләй. Кесе улдары Илназ беҙгә уҡырға килгәс ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы. Ул да, Илсур, Алгиз ағайҙары кеүек, аҡыллы, тырыш, һәр нәмәгә ѳйрәнергә, белергә тырыша, ниндәй генә эш ҡушһаң да, еренә еткереп атҡара. Иптәштәре менән татыу, дуҫтарса аралаша.
Язағоловтарҙың ата-әсәләр йыйылыштарын ҡалдырмай йѳрѳүен, балаларының нисек уҡыуы, йәшәүе тураһында гел генә ҡыҙыҡһынып тороуын да әйтеп китмәү мѳмкин түгел. Улар һымаҡ балаларына иғтибарын, ваҡытын йәлләмәгән ата-әсәләр күберәк булһын ине, - тине технология уҡытыусыһы Наилә Абдулғәли ҡыҙы Нәҙершина.
Рәсимә Сәлихова.
Оставить комментарий