Бер йән булып тыуғандар

Бер йән булып тыуғандар
Әзекәй ауылында абруйлы, тырыш, уңған халыҡ йәшәй. Ауыл бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, бар яҡлап та килгән ғаиләләр бихисап. Ундайҙар иҫәбенә Сәйәховтарҙың татыу ғаиләһен дә индерергә була.
Йомабикә Әнәс ҡыҙы һәм Сәлих Малик улы Сәйәховтар 1967 йылдың буранлы декабрь айында үҙ- ҙәренең ғаилә усағын тоҡандыра. Бына 50 йыл инде ошо усаҡты һүндермәй, матур ғүмер кисерәләр. Сәлих Малик улы Әзекәй ауылында 1937 йылда күп балалы ғаиләлә донъяға килә. V класты тыуған ауылында тамамлаған үҫмерҙе атаһы, рус телен өйрән, тормош юлыңда кәрәге тейер, тип VI класҡа Боғанаҡ мәктәбенә уҡырға бирә. Мәктәптән һуң ФЗО-ға уҡырға инә. Ун айҙа сантехник һөнәрен үҙләштереп, хеҙмәт юлын башлай. Ѳс йыл армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, заводҡа эшкә тѳшә. Дөйөм ятаҡта йәшәһә лә, күңеле гел ауылға тартыла. Аҙна һайын ауылына ҡайтып йөрөй.
- Кистәрен уйындар, кисәләр ойошторола. Ул ваҡытта клуб гөрләп тора ине. Йәштәр ҙә күп. Уйын-көлкө. “Кемде яратаң, үп!” уйынында миңә Йомабикәне үбергә тура килде. Бына шулай бер үбеүҙән үк Йомабикәмә ғашиҡ булдым да ҡуйҙым, - тип йылмая Сәлих ағай йәшлек сағын иҫкә төшөргәндә.
1966 йылда, ауыл егете булғанғалыр инде, ҡала һауаһын хушһынмай, ауылына ҡайта. Ә Йомабикәһе менән танышҡас, бөтөнләй ауылға күсеп ҡайтып, йорт һала башлай. 67-се йылда гөрләтеп туй үткәреп ебәрәләр. Декабрь айы, көн һыуыҡ, ҡары ла юҡ.
- Уҫал килен алабыҙ, тип шаярта еңгәләр, - тип һүҙгә ҡушыла Йомабикә Әнәс ҡыҙы. - Туй үткәреп, әкиәттәге кеүек, мине өс көн, өс төн күсереп алып ҡайттылар. Күсергән көндө ҡар яуып, тирә-яҡҡа ап-аҡ итеп һалып ҡуйҙы. Әйтерһең, Хоҙай шуны ғына көткән.
Люциә Шаһиморатованың ваның тулы материалын гәзиттең 8-се һанында (25.01.18) уҡығыҙ.

Оставить комментарий