Эшселәр бында әҙерләнә

Эшселәр бында әҙерләнә
Һуңғы ярты быуат эсендә Белорет танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе: күп ҡатлы, матур йорттар ҡалҡып сыҡты, иҫкеләре яңы төҫ алды, юлдар һалынды. Уларҙың барыһы ла 75 йыллыҡ тарихы булған Белорет тѳҙѳлѳш колледжында уҡып, ғүмерҙәрен тѳҙѳүсе һѳнәренә бәйләгән кешеләр ҡулы менән эшләнгән.
Бѳгѳнгѳ кѳндә колледжда 42 кеше эшләй, шуларҙың 17-һе педагог, 13 хеҙмәткәр квалификациялы ка- тегорияларға эйә. 5 хеҙмәткәр Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың “Һѳнәри-техник белем биреү алдынғыһы” исеменә, РФ һәм БР-ның Почет грамоталарына лайыҡ.

Әлеге ваҡытта 350 студент дѳйѳм тѳҙѳлѳш, биҙәү-тѳҙѳлѳш эштәре, балта, паркет эштәренә, тегенсе, парикмахер һѳнәрҙәренә уҡый. Колледжда ныҡлы белем һәм тәрбиә биреүгә булышлыҡ иткән яҡшы матди-уҡыу базаһы, спорт менән шѳғѳлләнергә ҙур һәм йылы залы бар, спорт секцияһы эшләй. Дәрестән тыш, мәҙәни саралар уҙғарыу ѳсѳн уҡыу, тамаша залдары, бай китапхана бар.
Студенттар, производствоға уҡытыу мастерҙары ҡала, республика олимпиадаларында, күргәҙмәләрҙә, һѳнәри оҫталыҡ күрһәтеү конкурстарында актив ҡатнаша. Производствоға уҡытыу мастеры Г.М. Хузина уҡыусыһы Иван Никитин менән республика ташсылар конкурсында еңеү яулап, 2001 йылда Тверь ҡалаһында уҙғарылған Бѳтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша. Производствоға уҡытыу мастеры Г.Г. Сѳләймәнова 2001 йылда производствоға уҡытыу мастерҙары араһында I урын яулай, уның уҡыусыһы Вадим Леонтьев “Штукатурсы” һѳнәре буйынса республика һѳнәри оҫталыҡ күрһәтеү конкурсында IV урынға лайыҡ була. Производствоға уҡытыу мастеры М.М. Шаһивәлиева “Тегенсе” һѳнәре буйынса республика конкурсында ике тапҡыр ҡатнашып, III урындарҙы яулай. 2011 һәм 2012 йылдарҙа производствоға уҡытыу мастеры С.Д. Олейник, “Балта, паркет эше оҫтаһы” һѳнәре буйынса республика олимпиадаларында II урындарға сыға. 2016-2017 йылдарҙа колледж студенттары беренсе һәм икенсе “Йәш профессионалдар” тѳбәк чемпионатында сығыш яһай. Эксперттар, юғары категориялы производствоға уҡытыу мастерҙары И.Л. Гусева һәм Р.Х. Ғәҙелшин етәкселеге аҫтында “Парикмахер сәнғәте”, “Ағас эше” компетенцияларында ҡатнашҡан Анастасия Боброва менән Владислав Леванин IV, V урындарҙы яулай.
Колледжда 2007 йылда уҡыу йортоноң тарихын, үҫешен яҡтыртҡан музей асыла. Әйткәндәй, “Уҡыу йортом тарихы” республика иншалар яҙыу конкурсында студенттар тѳркѳмѳ икенсе урынды алған.
Колледж базаһында 2003 йылдан алып, производствоға уҡытыу мастеры М.А. Силаев инициативаһы менән асылған автомәктәп эшләй. Был арауыҡ эсендә тѳрлѳ категорияға эйә ѳс мең ярымдан ашыу водитель әҙерләнгән.
Рәсимә Сәлихованың тулы материалын гәзиттең 8-се һанында (25.01.18) уҡығыҙ.


Оставить комментарий