Уҡшуҡтар бер ҡарарға килде

“Урындағы инициативаларға ярҙам итеү” программаһы район һәм ҡала территорияһында 2014 йылдан алып уңышлы тормошҡа ашырыла. 2018 йылда ҡаланың Уҡшуҡ биҫтәһе халҡы ла ошо программала ҡатнашырға теләк белдерҙе. Конкурста ҡатнашыу өсөн “Уҡшуҡ биҫтәһендә урам уты реконструкцияһы” проекты һайлап алынды. Ошо мәсьәлә буйынса уҡшуҡтар ғинуарҙа дөйөм йыйылыш уҙғарҙы.
Әлеге ваҡытта төнгө осорҙа балалар уйын майҙансығы биҫтәләге иң яҡты урындарҙың береһе һанала. Шуға ла ауыл халҡы йыйылышты нәҡ ошо урында үткәрергә хәл итте. Һикһәнгә яҡын кеше, көндөң сатнама һыуыҡ булыуына ҡарамай, үҙҙәрен борсоған мәсьәләне хәл итеү өсөн йыйылды. Улар бер тауыштан урындағы инфраструктураны үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы һайлап алыу конкурсында ҡатнашыу теләген белдерҙе. Ошо йыйылышҡа тиклем инициатив төркөм биҫтә халҡы менән ҙур әҙерлек эше алып барҙы. Улар, декабрҙә тәүге йыйылыш уҙғарғандан һуң, йорттар буйлап йөрөп сыҡты, анкеталар тултырҙы, әңгәмәләр үткәрҙе. Һөҙөмтәлә тиҙ арала хәл итергә кәрәкле бер нисә проблема күҙалланды. Проблемалар күп булһа ла, берҙәм тауыш менән, тәү сиратта, урамға ут үткәрергә тип хәл ителде.
Эльза Мөхәмәҙиеваның тулы материалын гәзиттең 8-се һанында (25.01.18) уҡығыҙ.
Оставить комментарий