Ир һѳнәре эш булыр

Ир һѳнәре эш булыр
Тырыш, дәртле, рухлы, булдыҡлы, һәр яҡлап та актив йәштәребеҙ байтаҡ. Белорет тѳҙѳлѳш колледжының III курс студенты Айрат ХИСМӘТУЛЛИН - тиңдәштәренә ѳлгѳ булырлыҡ шәп егеттәрҙең береһе. Айрат Эдуард улы колледжда дѳйѳм тѳҙѳлѳш эше һѳнәренә уҡый. Уҡыу йылдары эсендә ул үҙен тәрбиәле, донъясыл, эш һѳйѳүсе, аҡыллы итеп күрһәткән.
Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының IX класын тамамлағандан һуң, ул үҙ теләге менән колледжға уҡырға инә. Башта уҡыу еңел бирелмәй. Әммә ныҡышмал егет юғалып ҡалмай, һайлаған һѳнәренә яуаплы ҡарап, бар тырышлығын һалып, ғилем донъяһын айҡай башлай һәм бѳгѳнгѳ кѳндә ул тик “бишле” билдәләренә генә ѳлгәшә. Бынан тыш, колледж тормошондағы бѳтә сараларҙа актив ҡатнаша, курсташтарын һәр башланғыс эштәрҙә әйҙәп йѳрѳтә. Быйылғы уҡыу йылында ул муниципаль район хакимиәте башлығының стипендияһына лайыҡ булған. Әйткәндәй, колледжда был стипендияны ул ғына алған.
Сәләмәт тормош алып барған, насар ғәҙәттәргә эйә булмаған Айрат мәктәптә уҡығанда уҡ спорт менән ҡыҙыҡһына. Бына инде байтаҡ йылдар ул балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә велоспорт менән шѳғѳлләнә, ҡалала үткән тѳрлѳ байрамдарҙа, күмәк кеше ҡатнашҡан сараларҙа сығыш яһай.
Маҡсатлы егет, ҡулына диплом алғас, Ватан алдындағы бурысын үтәргә йыйына. Унан һуң һѳнәре буйынса эшкә урынлашырға, шул уҡ ваҡытта ситтән тороп юғары уҡыу йортона инергә тигән уйҙар менән йәшәй. Алдағы кѳнгә хәстәрлек менән ҡараған Айрат Хисмәтуллиндан тиңдәштәреңә әйтер һүҙең бармы тип һорағас: “Йәштәр спиртлы эсемлектәр эсмәһен, тәмәке тартмаһын ине. Был үҙеңдең киләсәгеңә аяҡ салыу. Буш ваҡыттарында күберәк спорт менән шѳғѳлләнһендәр. Спорт залына йѳрѳү мѳмкинлеге булмау - теләге булған кешегә кәртә түгел. Күнекмәләрҙе йорт алдындағы майҙансыҡтарҙа, ѳйҙә лә эшләп була. Бары тик ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк”, - тине.
Айрат ѳйҙә әсәһенә ике ҡустыһын ҡарашырға, йорт мәшәҡәттәрендә ярҙам итә. Туғандарының да спортҡа ылығыуҙарын, аҡыллы, кѳслѳ булып үҫеүҙәрен теләй.
Сабыр, ниндәйҙер эш эшләр алдынан ныҡлап уйлай белгән, ихтирамлы егеттең киләсәге ѳмѳтлѳ. Уны алда ҙур еңеүҙәр, яҡты киләсәк кѳтѳүенә, хыялдарын тормошҡа ашырыуына, алдында осраған ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыға алырына шик юҡ.
Аҡ юл һиңә, Айрат!
Рәсимә СӘЛИХОВА.


Оставить комментарий