Рәсәй Президенты эш сәфәре менән Өфөлә булды

Рәсәй Президенты эш сәфәре менән Өфөлә булды
24 ғинуарҙа Өфөлә эш сәфәре менән Рәсәй Президенты Владимир Путин булып китте. Ул Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашты, төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше менән танышты.
Рөстәм Хәмитов дәүләт башлығына Башҡортостанда Президенттың 2012 йылдың 7 майындағы указдарында яҙылған йөкләмәләрҙе үтәү барышы хаҡында һөйләне. Шулай уҡ, ул төбәктә хеҙмәт хаҡының уртаса 3,4 процентҡа артыуын да әйтеп китте.
- 2017 йылды уртаса етештереү күрһәткестәре менән тамамланыҡ. Ҡуйылған бурыстарҙы башҡарып сыҡтыҡ. Финанс һөҙөмтәләре йәһәтенән барыһы ла уртаса. Килем артты, – тине төбәк етәксеһе Рөстәм Зәки улы Рәсәй Президенты Владимир Владимирович менән осрашыуында.
Осрашыу барышында нефть-химия комплексын үҫтереүҙең төрлө аспекттары ла тикшерелде.
Төбәк етәксеһе республикала иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә балалы ғаиләләргә ярҙам саралары менән таныштырҙы.
Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Берләшкән двигателдәр төҙөү корпорацияһы – Өфө моторҙар төҙөү производство берекмәһе» акционерҙар йәмғиәтендә булдылар.
Президент предприятие продукцияһы менән танышты, вертолет двигателдәре деталдәрен төҙөү һәм ҡороу өсөн етештереү-технология үҙәген ҡараны.
«Берләшкән двигателдәр төҙөү корпорацияһы – Өфө моторҙар төҙөү производство берекмәһе» импортты алмаштырыу сиктәрендә «Ми» һәм «Ка» вертолеттары өсөн тәғәйенләнгән ВК-2500 вертолет турбовал двигателдәре деталдәрен етештереү программаһында ҡатнаша. ВК-2500 двигателе компоненттары Берләшкән двигателдәр төҙөү корпорацияһының башҡа заводтары менән Өфө предприятиеһы кооперацияһында етештерелә.
Дәүләт етәксеһе проект барышында ойошторолған етештереү-технология үҙәгенең береһендә булды. Ул ВК-2500 турбина узелдарын һәм сопло аппараттарын етештереүҙә махсуслаша. Өфөлә барлығы 900-ҙән ашыу деталь һәм йыйыу берәмеге етештереләсәк.
Күргәҙмәлә һанлы электрон идара итеү системаһы менән йыһазландырылған һәм юғары ҡулланыу сифаттарына эйә булған заманса ҡоролған ВК-2500П һәм Ил самолеттары өсөн тәғәйенләнгән ТВ7-117С двигателдәре менән таныштырҙылар.
Шулай уҡ Владимир Путин предприятие хеҙмәткәрҙәре менән осрашты һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.Әңгәмәлә завод эшселәре оборона-сәнәғәте комплексын үҫтереү, эшсе һөнәрҙәренең абруйын арттырыу, социаль ярҙам алыу кеүек мәсьәләләрҙе күтәрҙе.
Ипотека тураһында аралашҡанда, Владимир Путин белдереүенсә, Башҡортостанда уның уртаса ставкаһы яҡынса 9,75 процент тәшкил итә. Был ил буйынса түбәнерәк.
Президент республика Башлығының беренсе бала тыуғанда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бирелгән 300 мең һумлыҡ социаль ярҙам башланғысын юғары баһаланы.
Осрашыуҙа эшселәр предприятиела медицина учреждениеһын  тергеҙеү тәҡдиме менән дә мөрәжәғәт итте.
– Был хаҡта республика етәксеһе менән мотлаҡ һөйләшермен. Ул тәжрибәле, әүҙем һәм эште урын-еренә еткереп эшләүселәрҙең береһе. Беҙ уның менән һөйләшербеҙ, – тине Владимир Путин. – Федераль ҡаҙнанан ярҙам талап ителһә, мотлаҡ эшләрбеҙ. Ил буйынса сағыштырғанда, республикала ҡайһы бер иҡтисади күрһәткестәр юғары. Республика мәсьәләне үҙе лә хәл итә ала.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән осрашты. Осрашыуҙа Президенттың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Дәүләт башлығы Башҡортостанда мәсеттәрҙең артыуын ыңғай баһаланы. Уның һүҙҙәренсә, был традицион диндәрҙең үҫеше хаҡында һөйләй.
Владимир Путин шулай уҡ республикала ислам дине өлкәһендә белгестәр әҙерләүгә ҡарашын белдерҙе. Әңгәмә алдынан дәүләт башлығы Рәсәйҙә боронғо дин йорттарының береһендә – 1930 йылда төҙөлгән Өфөнөң Беренсе йәмиғ мәсетендә булды. Владимир Путин ир-егеттәрҙең намаҙ уҡыу бүлмәһен ҡараны, мәсеттең тарихы, уға йөрөүсе диндарҙар менән ҡыҙыҡһынды.
“БАШИНФОРМ”.


Оставить комментарий