Өфөлә СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллинға һәйкәл ҡуйыла

 Өфөлә СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллинға һәйкәл ҡуйыла
Өфөлә СССР-ҙың халыҡ рәссамы, Рәсәй художество академияһының мөхбир ағзаһы Әхмәт Лотфуллинға һәйкәл ҡуйыла. Кисә, 4 февралдә, күренекле башҡорт рәссамының тыуыуына 90 йыл тулды.
Һәйкәлде Пушкин урамында, рәссам белем алған Өфө сәнғәт училищеһы эргәһендә ҡуйыу күҙаллана. Башҡортостандың Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин хәбәр итеүенсә, һәйкәлдең проекты бар. Авторы - билдәле скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, Мостай Кәрим һәйкәленең авторы Андрей Ковальчук.
Рәссамды ултырған килеш, эш процесында һынландырырға теләйҙәр. Һәйкәлде ҡойоуға Башҡортостан башлығының 9 миллион һум күләмендәге грант аҡсаһы ҡаралған.
Әхмәт Лотфуллин (1928-2007) - СССР-ҙың халыҡ рәссамы, Рәсәй художество академияһының мөхбир ағзаһы. Танылыу яулаған «Өс ҡатын» картинаһы, башҡорт халҡының тарихы, хәҙерге тормошо тураһында портреттар һәм картиналар авторы. «Тыуған ил менән хушлашыу. Салауат», «Ауылда байрам. 1930 йылдар», «Фронтҡа оҙатыу», «Хушлашыу», «Көтөү. 1941 йыл», «Дирижер Ғ. Моталовтың портреты», «БАССР-ҙың халыҡ шағиры М. Кәримдең портреты» һәм башҡа эштәре бар. XX быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостандың һынлы сәнғәте үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Рәссамдың картиналары Дәүләт рус музейында, Өфөләге М.В. Нестеров исемендәге художество музейында, шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
БАШИНФОРМ.
Оставить комментарий