Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай...

Һуңғы йылдарҙа халыҡтың күп өлөшө эш юҡлыҡтан, аҡсаһыҙлыҡтан йонсоно. Берәүҙәр эшһеҙлектән аптыранһа, икенселәр йәшәргә, донъяһын көтөргә, балаларын тәрбиәләргә, кейендерергә тырышып, Себер, Мәскәү, Петербург һәм башҡа тарафтарға йөрөп аҡса эшләргә ынтыла. Бик тә булмаһа, урындағы эшҡыуарҙарға ялланып арыу ғына аҡса табалар. Ләкин был алыҫ сәфәрҙәрҙән аҡсаһыҙ алданып ҡайтыусылар ҙа булғылай. Был беҙҙең халыҡтың артыҡ ышаныусанлығы, үҙ яҙмышын кеше һүҙенә генә ышанып тапшырыуы, килешеү тѳҙѳмәй эшкә ялланыуы һөҙөмтәһелер инде. Бер танышымдың улы йөҙ меңгә яҡын аҡсаһын ике аҙна тирәһе көтөп ятып, прокуратура аша аҡсаһын алыуға өлгәшеп ҡайтты. «Һеҙ ҡайта тороғоҙ, ә аҡсағыҙҙы фәләнсә көндән картағыҙға һалырбыҙ», тип юллыҡ ҡына аҡса менән алдап ҡайтарған осраҡтар ҙа юҡ түгел. Йыш ҡына предприятиеларға кемдер, русса әйтмешләй, посредник, кешеләр йыйып эшкә алып барып ҡуша. Бына уларҙың да күптәрҙе тишек кәмәгә ултыртҡаны бар.
Ләкин йәштәр донъя ауырлыҡтарына ҡарамай, Әсәлек капиталына йә өй һатып ала, йә яңы нигеҙ ҡора. (Йорт төҙөүгә ағас алыу үҙе бер ғазап, ҡайһы ваҡыт йәштәр йылдар буйы көтөргә мәжбүр). Тегендә-бында эшкә ялланып аҡса табып, яйлап өйөн эшләп сыға. Ундайҙарға һоҡланаһы ғына ҡала. Шуныһын да әйтмәй булмай, беҙҙең күпселек өйҙәр ағастан, һатып алынған өйҙәргә капиталь ремонт эшләнмәй, йә, ҡиммәтселек арҡаһында, электр приборҙарының ҡеүәтен иҫәпкә алмай, кәрәк диаметрлы электр сымдарын алмай, осһоҙорағын һайлайҙар. Өй эсенә электр сымын лампа тоташтыра белгән күрше, йә осраҡлы кешеләрҙән һуҙҙырабыҙ. Ә бөтә өй эсендәге приборҙарға бер генә автомат, электр щитогы ҡуйыла, был бит хәүефле. Һанай башлаһаң, өйҙәрҙә бөтә приборҙар электр уты менән эшләй, ә күптәрен айҙар буйы һүндермәй эшләтәбеҙ. Өйҙәге мейестәрҙе лә йыш ҡына осраҡлы кешеләрҙән сығартабыҙ. Егерме йыллыҡ һәм унан да олораҡ өйҙәрҙең мөрйәләрен кем йыл да өй башына менеп тикшергәне бар икән? Ә кирбестең ярылыуы, тимер торбаның утҡа янып тишелеүе бар. Был тишектән ҡыйыҡ таҡтаһына ут ҡапмаҫлығына кем ышандыра ала? Һуңғы йылдарҙа ҡыш ҡарһыҙ, ҡаты һыуыҡтар менән килеүе күҙәтелә. Тыштағы температура ноябрь айында уҡ 25-30 градусҡа еткеләй. Ҡапыл килгән һыуыҡҡа сыҙамай, өйҙәрҙе ҡыҙҙыра яға башлайбыҙ. Эшкә киткәндә, балалар мәктәптән ҡайтыуға өй йылы торһон өсөн, мейестәрҙе утын менән тултырып, ҡарауһыҙ ҡалдырып сығып киткән осраҡтар ҙа әҙ түгел. Күп осраҡта үҙебеҙҙе генә түгел, күрше-күләнде лә хәүефкә ҡалдырабыҙ. Ауылдарҙа, бигерәк тә үҙәк урамдарҙа өйҙәр бер-береһенә терәлеп төҙөлгән, ҡапҡа араларына ҡыҫтап гараж, йәйге йорттар эшләп бөткәнбеҙ. Ә был ут мәсьәләһендә бик хәүефле.
Мин хәҙер бер нисә йыл рәттән страховкалаусы агент булып эшләйем. Кешеләрҙең йорт, кәртә-ҡаралтыларын, бәхетһеҙлек осраҡтарынан страховкалайым. Шығай ауыл Советы биләмәһе ҙурҙарҙан һанала, шулай ҙа йөҙ иллеләп кенә кеше йорт хужалығын страховкалай. Ә бәхетһеҙлек осрағынан бер нисә генә кеше ҡурсаланған, улары ла эшселәрен страховкалаған бер-ике эшҡыуар. Ә көҙгө ямғырҙар туңып, боҙ өҫтөнән атлағыһыҙ булып китә! Яҙғы боҙлауыҡтар ниндәй ҡурҡыныс! Тайып йығылып аяҡ-ҡулдарҙы имгәткән осраҡтар был ваҡыттарҙа бигерәк йышая.
Инсаф Канафиндың тулы материалын гәзиттең 12-се һанында (09.02.18) уҡығыҙ.
Оставить комментарий