Киләсәк быуынды хәстәрләп

Инйәр район мәҙәниәт йортонда граждандарҙың урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһында ҡатнашыуға арналған йыйылыш үтте. Унда 380 кеше ҡатнашты.
Йыйылышта муниципаль район хакимиәте башлығының финанс буйынса урынбаҫары Әминә Тимербай ҡыҙы Зиятдинова сығыш яһаны. Ул “Урындағы инициативаларға ярҙам итеү” проектының республикала Бѳтә донъя банкы ҡатнашлығы менән тормошҡа ашырылыуы, халыҡтың урындағы проблемаларҙы хәл итергә үҙаллы тырышыуы сәбәпле, программаның юғары һѳҙѳмтә биреүе тураһында әйтте.
Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Ғәбделхаҡ улы Мѳфтәхетдинов телмәрендә “Урындағы инициативаларға ярҙам итеү” программаһының ауыл биләмәһендә ике йыл эшләп килеүен, 2016 йылда проект менән конкурстан үтеп, Манышты ауылында балалар майҙансығы тѳҙѳлә башланылыуы һәм 2017 йылда ауылдың актив кешеләре, инициатив тѳркѳм ярҙамында был эштең аҙағына еткерелеүен билдәләп үтте.
Программаны тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашырға әҙер булған халыҡ инициативаһын иҫәпкә алып, бер аҙ кәңәшләшкәндән һуң, тауыш биреү юлы менән Инйәр ауылында спорт майҙансығы тѳҙѳргә ҡарар ителде. Унан һуң йыйылышта ҡатнашыусылар 14 кешенән торған инициатив тѳркѳм һайланы.
Ултырыш балаларҙың сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы, шулай уҡ уларҙың балалар майҙансығын ниндәй итеп күрергә теләүҙәре тѳшѳрѳлгән конкурс һүрәттәре күрһәтелде.
Рәсимә СӘЛИХОВА.
Оставить комментарий