Яҙғы йылыны көтөп

Яҙғы йылыны көтөп
Металлургтар майҙанында ҡышты күңелле оҙатыу һәм тәбиғәттән яҙғы йылыны көтѳү байрамы - Масленица үтте. Сараға йыйылған ҡунаҡтарҙы һәм ҡала халҡын муниципаль район Советы рәйесе Дилә Хәмзина, ҡала хакимиәте башлығы Сергей Поляков, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зәлифә Әғләмова тәбрикләне, кѳтѳп алынған байрамдың матур үтеүен теләне.
Был кѳндѳ ҡаланың ижади коллективтары, артистары тарафы- нан тәҡдим ителгән театрлаштырылған тамаша бик матур һәм үҙенсәлекле булды. Байрамға йыйылыусылар үҙҙәре лә йыр, бейеүҙәргә ҡушылып күңел асты. Ҙур байрам концертын ҡарау менән бер рәттән, тѳрлѳ милли уйындарҙа, конкурстарҙа ҡатнашыу, атта йѳрѳү мѳмкинлеге лә булды. Балалар төрлө “йәнлектәр”, әкиәт персонаждары, тере ҡурсаҡтар менән етәкләшеп бейене, уйнап күңел асты. Халыҡ тәмле ҡоймаҡ менән эҫе сәйҙән тыш, төрлө эслек менән бөйөрөктәр, шешлек менән һыйланды.
Байрам шат тауыштар аҫтында Масленица ҡарасҡыһын яндырыу менән тамамланды.
Рәсимә СӘЛИХОВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий