Бәхетле кеше

Бәхетле кеше
Интернетта спецназыбыҙҙың Сүриәләге ҡаһарманлыҡтары тураһында уҡығандан һуң, берәй батырҙы күреп һѳйләшергә тигән хыял менән яндым. Һәм бына яҙмыш рәхимлеген күрһәтте. Әллә ҡайҙа йѳрѳргә лә кәрәкмәне: мәҡәләмдең геройы үҙебеҙҙеке - Тирлән егете.
Сер һаҡларға ант иттем

Азат мине ҡапҡаһы алдында ҡаршы алды.
- Нимә тураһында һорая- саҡһығыҙ? - тип нисектер һаҡ ҡына ҡыҙыҡһына ул.
Мин шунда уҡ ғәҙәттәге һорауҙар исемлеген тәҡдим итәм. Артыҡ бер нәмәһе лә юҡ һымаҡ. Ҡайҙа? Ҡасан? Ниндәй шарттарҙа?
- Был турала бер нәмә лә әйтмәйәсәкмен, - тип яуап бирә Азат. - Мин ант иттем...
Бына һиңә мә!
Сүриәлә ҡайҙа хеҙмәт иттең - ярамай! Ниндәй заданиелар үтәнең - ярамай! Нисек яра- ландың - ярамай!
Һиҙеп торам, тема булмай. Тик Тирләнгә килеүен килгәс, исмаһам, яҡынданыраҡ таны- шайым.
Ѳйгә инәбеҙ. Аш бүлмәһендә Азаттың ҡатыны ѳтәләнә. Тауышы күңелле, күҙҙәре нурлы. Тик бәхетле ҡатындар ғына шулай ҡарай.
Күрше бүлмәнән Элина ме- нән Эмиль йүгереп килеп сыҡты. Улар әле бәләкәй. Миңә, аҙашып йѳрѳп, байрамға һуңлап килгән Ҡыш бабайҙы күргәндәй, аптырап ҡарайҙар. Ул да йыуантаҡ бит, бүректәребеҙ ҙә оҡшаш... Был ѳйҙѳ Азат Сүриәнән ҡайтыу менән һатып алған. Ябай ғына йылы йорт ауыл ситендә тиерлек урынлашҡан.
- Шулай ҙа Батырлыҡ орденын нимә ѳсѳн алдығыҙ? - тип һорайым Азат Хәкимовтан.
Һалдаттың яуабы, уставтағыса ҡыҫҡа яңғырай:
- Заданиены үтәнем, коман- дование быны билдәләне.
- Ой, әйт тә ҡуй инде! - тип һүҙгә ҡушыла ҡатыны. Шунан миңә мѳрәжәғәт итеп: - Ул башҡа һалдаттар менән бергә йѳҙ кешене ҡотҡарған...
Ҡатыны иренең йѳҙѳндә ризаһыҙлыҡ билдәләре күрә. Уны пъедесталға күтәреүе оҡшап етмәгәнен һиҙәм. Ҡатыны быны ҡайҙан белгәнен асыҡлап ѳлгѳрмәйем. (Уйлап ҡараһаң, ниндәй сер булһын инде?) Шунда уҡ иренең хәрби кителен сығара:
- Бына!
Кителдә Батырлыҡ ордены.
Ниндәй тарих, ниндәй ба- тырлыҡ, күпме ҡыйыулыҡ тора был награда артында - бѳтәһе лә сер һаҡларға тигән аманат менән нығытылған.
Орден Георгий тәреһенә оҡшаған... Егерме йыл элек мин Үҙәндәге бер егет тураһында яҙғайным. Ул да Чечнянан ошондай уҡ награда менән ҡайтҡайны. Унан да һәр бер һүҙҙе тартып тигәндәй сығарғаным иҫемдә.
Игорь Калугиндың тулы материалын гәзиттең 16-сы һанында (22.02.18) уҡығыҙ.

Оставить комментарий