Лайыҡлы алмаш үҫә

Лайыҡлы алмаш үҫә
Бынан ҡырҡ йыл элек Сермән ауылында Нәзифә һәм Риф Аҙнабаевтарҙың ғаиләһендә төпсөк малай булып донъяға килә Ғәҙел. Яҙ миҙгелендә тыуғанғамы, ул алсаҡ, ярҙамсыл, кеселекле булып буй еткерә.
Ул мәктәп йылдарында уҡ спорт менән дуҫ була. Саңғы ярыштарында ла, еңел атлетикала ла алдынғылыҡты бирмәй. Шуға күрә лә, 1995 йылда Сермән мәктәбендә XI класты тамамлағас, күп уйлап тормай, Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инә. Ике йыл эсендә уны уңышлы тамамлап, диплом алып, тыуған яғына эшкә ҡайта. Студент сағында уҡ йәйге ялында “Ағиҙел” турбазаһында спорт буйынса өлкән инструктор булып эшләгән егетте Боғанаҡ мәктәбендә ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар. Физкультура дә- рестәре менән бер рәттән IX кластың класс етәксеһе итеп тә тәғәйенләйҙәр. Уҡыусылар менән тиҙ уртаҡ тел таба, кистәрен мәктәп ихатаһында волейбол, баскетбол уйнауҙар уларҙы тағы ла нығыраҡ дуҫлаштыра. Боғанаҡта Ғәҙелгә оҙаҡ эшләргә тура килмәй: 1997 йылдың декабрь айында уны хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Тәүҙә Алыҫ Көнсығышта Завитая ҡалаһында, һуңынан Белогорскиҙа зенит-ракета полкында хеҙмәт итә. Хеҙмәт юлын рядовой, алты айҙан һуң кесе сержант, сержант, өлкән сержант булып үтә. Армиянан старшина званиеһында ҡайта. Өлгөлө хеҙмәте өсөн бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, күкрәк знактары менән наградлана.
Армиянан ҡайтҡас, хеҙмәт юлын Белорет ҡалаһында тикшереү изоляторында кесе инспектор - корпус бүлеге начальнигы булып башлай. Бер йыл эшләгәндән һуң, һайлаған һөнәренә өҫтөнлөк биреп, Сермән мәктәбенә эшкә ҡайта. 2002 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Эшләгән осоронда ул үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте. Ғәҙел Риф улының көндәлек күнекмәләре арҡаһында Сермән мәктәбе спортсылары йүгереү буйынса ла, саңғы ярыштарында ла беренселекте бирмәй. Шығайҙа Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов иҫтәлегенә үткәрелгән эстафеталарҙа ла Ғәҙелдең уҡыусылары һәр ваҡыт алда. Ул уҡыусыларын спорт менән бергә көслө, ныҡышмал булырға, тыуған илде яратырға өйрәтә.
Әлеге ваҡытта Ғәҙел Риф улы Аҙнабаев юғары категориялы уҡытыусы, уҡытыусыларҙы аттестациялау буйынса эксперт комиссияһы ағзаһы, физкультура уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе. Үткән йылдың октябрь айында “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” исеменә лайыҡ булды. Тынғыһыҙ хеҙмәте Баскетбол федерацияһының Маҡтау ҡағыҙҙары, мәғариф идаралығының “Иң яҡшы тренер” исеме менән баһаланған.
Ғәҙел Риф улы һәр яҡтан да уңған. 2006 йылда Айһылыу Әсҡәтулла ҡыҙы менән гөрләтеп туй үткәреп, үҙ аллы тормош юлын башлайҙар. Искәндәр, Ирназар, Рамзан исемле өс егеткә ғүмер бүләк иткәндәр. Искәндәр V класта тик “5”ле билдәләренә генә өлгәшә, уҡыуҙан тыш музыка мәктәбендә баян класында шөғөлләнә. Баскетболға, еңел атлетикаға ла йөрөп өлгөрә. Ирназар ҙа ағаһынан ҡалышмай, II класта яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, еңел атлетика секцияһына, баян түңәрәгенә лә йөрөй, инде өс йыл бокс менән шөғөлләнә.
- Ике улым да мәктәптә Мостафа Әхмәт улы Харисов етәкселек иткән “Омон” хәрби-патриотик клубында шөғөлләнә, - ти ғорурлыҡ менән Ғәҙел Риф улы. - Кистәрен бөтәбеҙ ҙә һөйөклө ҡатыным Айһылыу әҙерләгән табынға йыйылабыҙ. Йәйгеһен ғаиләм менән Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә яратам. Талҡаҫ күлендә, Мораҙым, Шүлгәнташ, Асҡын мәмерйәләрендә булдыҡ. Бигерәк тә ҡа- тынымдың тыуған яғы - Архангел районы Инйәр йылғаһы буйы яратҡан ял урынына әйләнгән.
Йәйгеһен малайҙары менән велосипедта йөрөйҙәр, ҡышҡыһын саңғыға баҫалар, ә кистәрен шашка, шахмат уйнап, китап- журналдар уҡып үткәрәләр. Бына шундай матур ғаилә йәшәй Сермән ауылында. Буласаҡ Ватан һаҡсыларын, үҙҙәренә алмаш үҫтерә Айһылыу менән Ғәҙел Аҙнабаевтар.
Люциә ШАҺИМОРАТОВА.
Сермән ауылы.
Нәркәс ВӘЛИУЛЛИНА фотоһы.
Оставить комментарий