Йәйге ял - етди һәм яуаплы эш

Йәйге ял - етди һәм яуаплы эш
Муниципаль районда балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға ҙур иғтибар бүленә. Был етди һәм яуаплы эште уңышлы тормошҡа ашырыу ѳсѳн республика бюджетынан ҙур субсидиялар бүленә, муниципаль ҡаҙна ла ҙур ѳлѳш индерә. Һуңғы йылда был эшмәкәрлеккә талаптар ҙа ҡәтғиләште, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең, санитар нормаларҙың үтәлеше, тәрбиәселәрҙең, вожатыйҙарҙың эше лә етди күҙәтеү аҫтында.
Балаларҙың ялын дѳрѳҫ ойоштороуҙың мѳһимлеге иң актуаль мәсьәлә һанала. Йәйге ялды ойоштороуҙың тѳрлѳ формалары бар: ҡала ситендəге лагерҙар, балалар шифаханалары, профилле лагерҙар, ял йорттары, мəктəп лагерҙары. Уларҙың һәр ҡайһыһы махсус реестрҙа теркәлгән булырға тейеш. Был талаптан тайпылған ойошмаларға енәйәт эше лә асылыуы ихтимал. Мəғлүмəт өсөн, Башҡортостанда быйыл балалар ялы менəн 2 688 ойошма шѳғѳлләнә. Белорет районында “Бригантина”, “Абҙаҡ”, “Белоречье” шифахана-профилакторийы, Матросов исемендәге ҡала яны һауыҡтырыу лагерҙары эшләй. Былтыр 10 490 балаға сифатлы йәйге ял ойошторолһа, 2018 йылда иһә бөтәһе 2 086 баланы һауыҡтырыу күҙаллана. Бынан тыш, район территорияһында 28 көндөҙгө лагерҙа 1 549, ә уҡыусыларҙың туҡланыуы ҡаралған 29 хеҙмәт берекмәһендә 573 бала ял итәсәк. Шулай уҡ йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт линияһы буйынса 2 лагерь эшләйәсәк. Ошо уҡ линия буйынса 3 йорт алды майҙансығында 190 бала, туристик слетта 250 бала йәйге ялын үткәрәсәк. Шуныһы ҡыуаныслы, балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға бүленгән аҡса ла йылдан-йыл арта бара. Быйыл был маҡсаттан республика бюджетынан 30 739 700 һум, муниципаль район ҡаҙнаһынан 3 150 000 аҡса бүленгән.
Райондың бөтә ведомство-ара комиссияһы ағзаларының иғтибары уҡыусыларҙың йәйге ялын дөрөҫ һәм файҙалы итеп үткәреүгә йүнәлтелгән. Был йәһәттән ниндәйҙер яңылышлыҡтар булдырыуҙың, сығымдарҙы кәметеү теләгенең етди эҙемтәләргә килтереүен һәр кем яҡшы аңлай. Төрлө күҙәтеү органдары ла был эшмәкәрлекте етди контролдә тота. Мәҫәлән, былтыр декабрҙә Белорет район-ара суды “Возрождение” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә “Сосновый бор” спорт- һауыҡтырыу үҙәгенең ҡала яны һауыҡтырыу комплекстары объекттарын файҙаланып, йәйге ял хеҙмәтен тәҡдим итеү эшмәкәрлеген тыйҙы. Балаларҙың хәүефһеҙлеген күҙ уңында тотоп, райондың муниципаль район хакимиәте республиканың Мәғариф министрлығына “Сосновый бор” спорт-һауыҡтырыу үҙәген балаларҙың йәйге ялын ойоштороу һәм һауыҡтырыу реестрынан алыуҙы һорап мөрәжәғәт итте. Ошо нигеҙҙә, Мәғариф министрлығының приказына ярашлы, лагерь 1 мартҡа тиклем раҫланған реестрҙан төшөрөп ҡалдырылды. Закон буйынса тикшереүҙәр артабан да дауам итәсәк. Балаларға йәйге ял ойоштороусыларҙан бөтә ҡағиҙәләрҙе лә теүәл үтәү талап ителәсәк.
Эльза МѲХӘМӘҘИЕВА.

Оставить комментарий