Милли медицина палатаһы президенты Леонид Рошаль менән эшлекле осрашыу

Милли медицина палатаһы президенты Леонид Рошаль менән эшлекле осрашыу
2 мартта Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Милли медицина палата»һы медицина йәмәғәте союзы президенты, Балалар хирургияһы һәм травматологияһы фәнни-эҙләнеү институты етәксеһе, профессор Леонид Рошаль менән осрашты.
Осрашыуҙа республикала йәшәүселәргә медицина ярҙамы күрһәтеү, дауаханаларҙы үҙгәртеп ҡороу һәм төҙөкләндереү, уларҙы юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырыу, ауылда заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушер пункттары төҙөү мәсьәләләре ҡаралды.
– Граждандар ҙур талаптар ҡуя, уларға дөрөҫ яуап бирергә кәрәк, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Республикала ҙур төҙөлөш бара. Әлеге ваҡытта онкология диспансерының палата корпусын төҙөү бара. Кардиология үҙәген үҙгәртеп ҡороу планлаштырыла. Бынан тыш, район һәм ҡалаларҙа күп яңы объекттар барлыҡҡа килә. Был йәһәттән күрһәткестәр яҡшы.
Оставить комментарий