Парлы йәшәү - үҙе бәхет

Парлы йәшәү - үҙе бәхет
Ғаилә. Был һүҙ бик ҙур мәғәнәгә эйә. Ул йәшәү терәге лә, күңел йылыһы ла, наҙ усағы ла. Беҙгә һәр ваҡытта ла ярҙам ҡулы һуҙыусы ла беҙҙең ғаилә ағзаларыбыҙ. Ғаиләләребеҙ менән үткәрелгән һәр бер миҙгел, һәр көн, һәр сәғәт күңелебеҙҙә бер нимә менән дә алыштырғыһыҙ урын биләй. Йәмғиәттә әҙәпле, күркәм ғаиләләр ни тиклем күп булһа, илебеҙҙең бөгөнгөһө яҡты, киләсәге өмөтлө тигән һүҙ.
Әзекәй ауылында тап шундай ғаиләләр бик күп. Алтмыш ике йыл иңгә-иң терәп йәшәгән Фәриҙә һәм Ишбулды Сәитовтар, илле ике йыл йәшәп, дүрт балаға ғүмер биреп, уларҙың хөрмәтенә төрөнөп йәшәгән Мәүлидә һәм Сәйфулла Таһировтар, быйыл алтын юбилейҙарын ҡаршылаған Йомабикә һәм Сәлих Сәйәховтар, уңған, тәртипле өс балаға ғүмер биреп, ҡырҡ өс йыл татыу ғүмер иткән Гөлсирә һәм Ғарифулла Сайфуллиндар, өс ҡыҙ баланы үҙаллы тормош юлына баҫтырып, ҡырҡ ике йыл бергә ғүмер иткән Нәсимә һәм Закир Зәбировтар, дүрт балаға ғүмер, яҡшы тәрбиә биргән Сәғиҙә һәм Рәил Таһировтар, биш бала тәрбиәләп үҫтергән Сәкинә һәм Нуретдин Таһировтар, ҡырҡ дүрт йыл бергә татыу ғүмер иткән Сара һәм Мостафа Баймөхәмәтовтар һәм ауылыбыҙ өсөн көйөп-янып йөрөгән Динә һәм Рәшит Хәлиловтар.
Китапханала үткәрелгән Ғаилә байрамы ҡырҡ йылдан ашыу татыу ғүмер иткән, ауылыбыҙға ерегеп, уның тарихы менән бергә атлап, ауылдың йѳҙѳк ҡашына әйләнгән парлыларға арналды һәм ул «Иңгә-иң терәп йәшәү - үҙе бәхет» тип аталды. Кисә йырҙар, шиғырҙар менән үрелеп барҙы. Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы Рәйлә Миндебай ҡыҙы Зәйнуллина ғаиләнең йәмғиәттәге роле тураһында әйтеп китте һәм уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Был ғаиләләр лайыҡлы алмаш тәрбиәләп, халҡыбыҙҙың быуаттар буйы тупланған йолаларын һаҡлап, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған ғөрөф- ғәҙәттәргә таянып йәшәйҙәр, йәш ғаиләләргә үрнәк булып торалар.
Алһыу МОСТАФИНА,
китапханасы.
Оставить комментарий