Йөрәгендә студент дәрте

Йөрәгендә студент дәрте
Һәр бер миҙгел үҙенсә матур, үҙенә генә хас биҙәкле. Кешеләр ҙә шулай. Яҙ миҙгеленең тәүге айында, Ҡатын-ҡыҙҙар байрамында, әсәһенең шатлығы, атаһының ғорурлығы булып донъяға ауаз һалған Сермән ауылы ҡыҙы Ләйлә Закир ҡыҙы АБДУЛЛИНА икеләтә бәхетлелер.
Ләйлә Закир ҡыҙы 1958 йылда Хѳсникамал Нартдин ҡыҙы һәм Закир Вафа улы Вафиндарҙың кѳтѳп алған ҡыҙҙары була. Атаһы менән әсәһен тормош еле башта Көҙйылға ҡалаһына алып килгән. Унда уларҙың Әхмәтйән исемле ағаһы эшләгән. Уның эргәһендә Аҙналы, Әзекәй мәктәптәрендә эшләргә тура килә.
Бѳйѳк Ватан һуғышы ауырлыҡтарын кисергән, 40 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған уҡытыусы Закир Вафа улы, 1951 йылда Сермән мәктәбендә эш башлаған, унда 16 йыл уҡытып киткән. Ләйлә Закир ҡыҙы атаһын иҫкә алғанда күҙҙәрендә һағыныу сатҡылары уйнай, уға булған мѳхәббәте әле лә йѳрәге түрендә йәшәй.
- Атайым баҡса тәрбиәләргә яратты, орлоҡтарҙы почта аша яҙҙыртып алып, ниндәй генә йәшелсә, емеш-еләк, сәскә үҫтермәне. Виктория еләгенең мыйыҡтарын 5 йәшемдә үк атайым ҡырҡырға ѳйрәткәйне, бәлки, шуғалыр ҙа еләктәрем йыл һайын уңа. Атайымдан ҡалған крыжовник, ранетка, саған, акациялар бѳгѳн дә уның иҫтәлеге булып үҫеп ултыра. Саған менән акацияны башта, сәскә атыусы ағас тип, бал ҡорттары ѳсѳн үҫтерҙе. Ул баҡсасылыҡ менән генә түгел, ҡортсолоҡ менән дә шѳғѳлләнде. Ул йыйып алған балдың тәме әле һаман да тел осонда ғына, - тип хәтер ебен һүтә Ләйлә Абдуллина. - Кѳҙ сәскәләрҙең орлоҡтарын йыйып, ҡағыҙҙан бәләкәй конверттар эшләп, һәр береһенең исемен яҙып ултырыу минең ѳсѳн үҙе бер ҙур, мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡ эш ине. Ҡыяр, помидор, борос ѳсѳн теплицаны үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләй инек. Баҡсаның бер мѳйѳшѳндә тәжрибә участкабыҙ була торғайны. Унда кәбеҫтә, ҡабаҡ, бәрәңге иҫ китмәле уңды... Әсәйем Хѳсникамал Нартдин ҡыҙы аш-һыуға оҫта булды. Уның күпереп бешкән икмәктәре, йоҡаҡ ҡына итеп ҡойған ҡоймаҡтары, тѳрлѳләндереп бешергән бәлештәре телде йоторлоҡ ине. Әсәйем ғүмеренең иң матур мәлендә “Сәйхана” кафеһында ашнаҡсы булып эшләне.
Ағайым Альберт бѳгѳнгѳ кѳндә Ставрополь ҡалаһында медицина университетында уҡыта. Ул - табип-хирург, медицина фәндәре докторы. 80 йәше тулыуға ҡарамаҫтан, ағайымды студенттары бик ярата. Тормош иптәше Нина Павловна ла ошо уҡ уҡыу йортонда студенттарға белем бирә. Ҡыҙҙары Елена - медицина фәндәре кандидаты, үҙенең матурлыҡ салонын асҡан. Сит илдәргә йѳрѳп, тәж- рибәһе менән уртаҡлаша. Мин ағайым һәм уның ғаиләһе менән ғорурланам, йыл да осрашып, күрешеп торабыҙ, - тип бәйән итә Ләйлә Закир ҡыҙы.
Ләйлә Абдуллина Сермән мәктәбен тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының география бүлегенә уҡырға инә. Яҡташтары Рәйсә Хәдим ҡыҙы Фәхретдинова, Гѳлнур Зѳлҡәф ҡыҙы Абызбаева менән бер бүлмәлә йәшәйҙәр, дуҫ һәм татыу булалар. Тѳрлѳһѳ тѳрлѳ курстарҙа уҡыһа ла, кистәрен бер бүлмәгә йыйылып, бергәләп реферат яҙалар, театрҙарға, китапханаларға йѳрѳйҙәр. Уҡыу йортонда үткән бѳтә сараларҙа ла актив ҡатнашалар. Студент саҡтағы дуҫлыҡтары йылданйыл нығынып, әле һаман да бер-береһе менән осрашып торалар.
Люциә ШАҺИМОРАТОВАНЫҢ тулы материалын гәзиттең 20-се һанында (9.03.18.) уҡығыҙ.







Оставить комментарий