Депутаттар халыҡ менән осраша

Райондың ауыл биләмәһе Советы депутаттары халыҡ менән осрашып, Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһында мәғлүмәт еткерә. [/b]
- Нисек итеп, законға ярашлы, бөтә кандидаттарҙың хоҡуҡтарын күҙәтеп, һай- лаусыларҙың әүҙемлеген күтәрергә була? Беҙ, иң элек, кешеләргә һайлау тураһында кәрәкле мәғлүмәтте еткерергә тейешбеҙ, - ти Шығай ауыл Советы депутаты Рита Әсфәндиева. - Ауыл халҡы һайлау тураһында, һайлау участкаһының ҡайҙа урынлашыуын белергә тейеш.
- Депутат - халыҡ ышаныс белдергән, уның мәнфәғәтен яҡларға саҡырылған кеше. Законға ярашлы, һайлау процесында дәүләт власы, урындағы үҙидаралыҡ органдары, физик һәм юридик шәхестәр ҡатнаша. Шулай итеп, Белорет районының депутаттар корпусы һайлау комиссиялары һәм ирекмәндәр менән берлектә һайлаусылар араһында аңлатыу эше алып бара, - тине муниципаль район Советы секретары Олеся Иҙрисова.
[b] Мәғлүмәт-аналитика бүлеге. [/b]
Оставить комментарий