Ярһыу яҙ ҡыҙы

Ярһыу яҙ ҡыҙы
Тәбиғәт ҡышҡы йоҡоһонан уянып, ергә шаулап-гөрләп яҙҙар килгән мәлдә, Абҙаҡ ауылында йәшәгән Ғәтифә һәм Әхмәҙулла Суфьяновтарҙың күркәм ғаиләһендә Зөбәржәт исемле ҡыҙ бала донъяға килә.
Ярһыу яҙ айында тыуғанғамы, ул бәләкәйҙән теремек, сая булып үҫә. Ата-әсәһенә алыштырғыһыҙ ярҙамсы, ә ҡусты-һеңлеләре өсөн хәстәрлекле, шул уҡ ваҡытта талапсан апай була. Мәктәптә лә һынатмай, тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшә. Һигеҙен- се класты тамамлағас, Белорет ҡалаһына юллана. Медучилищеға уҡырға инеп, киләсәктә табип булырға хыялланған ҡыҙ, әхирәттәренән айырылғыһы килмәй, улар менән бергә педагогия училищеһына һынау тота һәм имтихандарҙы уңышлы тапшыра. Бала саҡ хыялы икенсе булһа ла, Зөбәржәт апай уҡытыусылыҡ юлынан киткәненә үкенмәй. “Эске тойомлау мине киләсәктә атҡарасаҡ яуаплы эштәр өсөн үҙе әйҙүкләп йөрөттө, шикелле. Тормошомда ошондай ҡырҡа боролоштар һуңынан да күп булды”, - ти ул был турала. Ә педучилищела уҡыу йылдарын, уҡытыусыларын әле лә һағынып, ғорурланып иҫләй. Артабан яҙмыш уны тәүҙә Ямашты, аҙаҡ Беҙәк-Әхмәр ауылдарына илтә. Бында ул башланғыс класс уҡыусыларын уҡыта, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире вазифаһын да алып бара. Буласаҡ тормош иптәше Хөрмәт ағайҙы осратып, ғаилә ҡороп ебәрәләр, бер-бер артлы ҡыҙҙары донъяға ауаз һала. Тиҙҙән йәштәр Белорет ҡалаһына күсенә. Шул ваҡыттан башлана ла инде Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙының иң тынғыһыҙ хеҙмәт осоро. Ҡаланың алдынғы 14-се һанлы Хазанкин мәктәбендә уҡытыу менән бер рәттән, мәғариф бүлегендә методист йөгөн тартырға ла, БДУ-ның башҡорт филологияһы факультетында ситтән тороп белем алырға ла өлгөрә ул. Тарих факультетына күсергә өгөтләүҙәренә ҡарамаҫтан, башҡорт теле уҡытыусыһы буласаҡмын тигән антына тоғро ҡала Зөбәржәт апай. Уның күңелендә бер хыял ята - Белорет ҡалаһында йәшәгән башҡорт балаларын үҙ телендә уҡытыу, уларҙы милли рухта тәрбиәләү. Әммә 80-се йылдарҙа, бигерәк тә Белорет ҡалаһында, был хыялды тормошҡа ашырыу еңелдән булмай. Милләт яҙмышы өсөн янып-көйгән бер төркөм фекерҙәштәре Гүзәл Ситдиҡова, Зилә Абзалова, Мансур Һиҙиәтов, Мөхәррәм Сәлимов, Рәшиҙә Илтенбаева һ.б. менән бергә тупланып, “Иҙел башы” тигән ойошма төҙөйҙәр һәм ҡала мәктәптәрендә башҡорт теленән факультатив дәрестәр индереүҙе юллай башлайҙар. Ата-әсәләр араһында өгөт-нәсихәт эше алып барыла. Һәм, ниһайәт, 1985 йылда бәләкәй генә булһа ла уңышҡа ирешәләр - факультатив дәрес үткәреүгә ҡала хакимиәте тарафынан ризалыҡ алалар. Сая, тәүәккәл холоҡло, үҙ һүҙен һүҙ итә белгән Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы, әлбиттә, был эштәрҙең барыһында ла башлап йөрөүсе була һәм бының менән генә туҡталып ҡалмаясаҡтарын аныҡ күҙаллай. Ысынлап та, тиҙҙән үҙе уҡытҡан 14-се мәктәптә параллель кластарҙың берешәрен башҡорт класы итеп үҙгәртеүгә ирешә. Ә 1995 йылда ҡалала башҡорт балалары өсөн көтөп алынған башланғыс мәктәп асыла. Уның директоры итеп Рәмил Рәхмәтуллин, уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары итеп Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы тәғәйенләнә. Өлгөр уҡытыусы был мәлдә ике урында эшләй. 14- се мәктәптә балаларға башҡорт теленән белем дә бирә. Икенсе ойошманың бинаһында өйҙәш хәлендә генә йөрөгәс, ҡолас ташлап уҡытырға шарттар ҙа, шул уҡ ваҡытта тулы урта мәктәп хоҡуғын алыу мөмкинлеге лә булмай. Бында ла Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы аптырап ҡалмай: ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу башҡорт ҡатыны, төрлө янау, өгөтләүҙәргә ҡарамаҫтан, ҡала хакимиәтенә “Мәктәп өсөн бина бирмәһәгеҙ - аслыҡ иғлан итәм!” тигән талап ҡуя. Тап ошо мәлдә баш ҡалала бер төркөм егеттәр ҙә суверенитет даулап аслыҡ иғлан итә, шуға ла ҡала етәкселеге был проблеманы тыныс хәл итергә ашыға. Һөҙөмтәлә, реабилитация үҙәге бинаһы тулыһынса уларҙың ҡарамағына тапшырыла. Ә инде 2002 йылда Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙын башҡорт гимназияһының директоры итеп ҡуялар.
Зөлфиә СӘЛИХОВА-МУЛЛАҒОЛОВАның тулы материалын гәзиттең 20-се һанында (9.03.18.) уҡығыҙ.



Оставить комментарий