«Ирәмәл» гәүһәрҙәре

«Ирәмәл» гәүһәрҙәре
Республика район-ҡала мәҙәниәт усаҡтарында эшләп килгән халыҡ театрҙарында "халыҡ" исемен яҡлау саралары үтте.
Ҡала Мәҙәниәт һарайының "Ирәмәл" башҡорт халыҡ театры сәхнәләштергән спектаклде баһаларға Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр бүлеге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Ҡалмырҙина һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, режиссер, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы профессоры Азат Нәҙерғолов килде. Баһалама комиссияһына ирәмәлдәр Мостай Кәримдең "Ҡыҙ урлау" комедияһын күрһәтте.

- Талапсан жюри режиссер оҫталығын, артистар уйынын, сәхнә биҙәлешен билдәләне, кәңәш-фекерҙәрен әйтте. Ҡунаҡтар комедиябыҙҙы юғары баһаланы. 47 йыл эшләй беҙҙең театр. Нисәмә быуын кеше уйнаған, әле беҙгә йәштәр бик ихлас йөрөй. Шуныһы һөйөнөслө, тимәк, театрыбыҙ артабан да үҫешәсәк. Бынан өс йыл элек "Алтын тирмә" республика халыҡ театрҙары ярышында I урынды алғайныҡ, киләсәктә лә һынатмабыҙ, - тип шатлығы менән уртаҡлашты театр режиссеры Гөлнара Ғилманова.
Нәркәс ВӘЛИУЛЛИНА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий