Йәшел " ҡомартҡы "ны ҡурсалап

Йәшел " ҡомартҡы "ны ҡурсалап
Республикабыҙҙың “Урмансылар ишектәрен аса” бѳтә Рәсәй акцияһына ҡушылыуына ѳс йыл. Ул уҡыусыларға, студенттарға, халыҡҡа аң-белем ѳҫтәү маҡсатынан ойошторолған һәм унда еребеҙҙең тѳп байлығын һаҡлаусы урмансылыҡ, урмансылар, урманды янғындарҙан һаҡлау авиацион базаһы, янғын-химик станциялары, урман ҡараусыларҙың эше менән яҡындан танышырға, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирергә мѳмкин.
Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының Белорет урмансылығы бүлегендә ҡаланың 44-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм Аб- ҙаҡ мәктәбенең IX-X класс уҡыусылары, уҡытыусылары, тәрбиәселәре йыйылды.

Белорет урмансылығы буйынса бүлек начальнигы Олег Муллоджанов сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләне, Абҙаҡ мәктәбе директоры Гѳлшат Йомағужина мәктәп уҡыусылары акцияла даими ҡатнашҡаны ѳсѳн рәхмәт белдерҙе.
Артабан һүҙ алған Белорет урман хужалығы директоры Вилиә Сафиуллина урманды һаҡлау, янғындарҙан ҡурсалау тѳп эштәре булып тороуын билдәләне, балаларға уны һаҡларға, тәбиғәт ҡосағында сүп-сар ташламаҫҡа, янғын сыҡмаһын өсөн аңлатыу эштәре алып барырға кәрәклеген әйтте.
Урманды һаҡлау белгесе Лилиә Ильясова уҡыусылар менән экскурсия үткәреп, нимә менән шѳғѳлләнеүҙәре, һѳнәрҙәре менән яҡындан таныштырҙы, урмансыларҙың эш ҡорамалдары, орлоҡ таҙартыу процесы, нисек ағас үҫентеләре ултыртылыуы тураһында һѳйләне.
Һунарсылар һәм балыҡсылар Ассоциацияһының Белорет бүлеге егере Әсхәт Хәйруллин сайыр йыйыу тәртибен күрһәтте, уның нимә ѳсѳн кәрәк булыуын аңлатты, сайыр сәйнәүҙең файҙалы яҡтарын телгә алды.
Урман мастеры Артур Хилаев эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып, уҡыусыларға кешеләргә бүленгән диләнкәләге ағастарҙың кубатураһы, хаҡы нисек һаналыуын күрһәтте. Ҡайһы бер балалар быны үҙаллы эшләп ҡараны.
Унан һуң барыһы ла саф һауаға сыҡты. Унда Белорет 3-сѳ янғын-химик станцияһы начальнигы Азамат Исмәғилев янғын һүндереү машинаһының ҡеүәте, мѳмкинлектәре менән таныштырҙы, барыһын да урманды янғындан һаҡларға саҡырҙы. Әңгәмәгә 44-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ихлас ҡушылды, улар тѳрлѳ һорауҙарға дѳрѳҫ яуап бирҙе. Кескәй ҡунаҡтарға янғын машинаһына ултырып ҡарау бәхете лә тейҙе.
Унан һуң участка урмансыһы Сергей Гусев янғын-техник ҡорамалдары менән яҡындан таныштырҙы, янғын тѳрѳнә ҡарап ҡайһы ҡорамалды ҡулланыу кәрәклеген күрһәтте. Акция балалар менән тѳрлѳ уйындар үткәрелеп, татлы бүләктәр бирелгәндән һуң тамамланды.
Рәсимә СӘЛИХОВА.
Автор фотоһы.
Оставить комментарий