"Һоҡланыу минуттары" үткәрҙек

"Һоҡланыу минуттары" үткәрҙек
Лицей-интернаттың II класс уҡыусылары менән, йырсы Тәнзилә Үҙәнбаеваның юбилейына арнап, "Һоҡланыу минуттары" исемле осрашыу үткәрҙек. Унда халыҡ йырсыһының тормошо һәм ижады менән таныштыҡ, йырҙарын тыңланыҡ.
Йыр-моң - халҡыбыҙҙың яҙмышы, йәшәйешебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. Халҡыбыҙҙың ошо хазинаһын беҙгә ишеттергән, еткергән һандуғастарыбыҙҙың береһе - Нөгөш ҡыҙы Тәнзилә Хәмит ҡыҙы Үҙәнбаева. Тәнзилә Хәмит ҡыҙы Мәләүез районы Түләк ауылында биш бала тәрбиәләнгән ғаиләлә тыуған. Атаһы көтөүсе булһа, әсәһе төҙөлөштә эшләй. Ул ата- әсәһенә тѳп ярҙамсы була. Уның әсәһе яғынан олатаһы йыр-моңға һәләтле булыуы, матур йырлауы менән башҡаларҙан айырылып торған. Мәләүез ҡалаһының икенсе мәктәбендә белем алған Тәнзилә музыка мәктәбенә лә йөрөй.
Тәнзилә Үҙәнбаеваға, ата-әсәһе кѳн оҙоно эштә булғанлыҡтан, бѳтә йорт эштәрен башҡарырға тура килә. Нимә генә эшләһә лә, урманға сыҡһа ла, гел йырлап йөрөр була.
Артабан уҡыуын дауам итер өсөн Өфөгә юл ала һәм Өфө сәнғәт училищеһында яңғыҙ йыр бүлегендә, уны тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый. Диплом алғандан һуң, Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килеп, «Йәдкәр» фольклор-эстрада төркөмөндә солистка булып хеҙмәт юлын башлай. Тәнзилә Үҙәнбаева «Зөлхизә», «Абдрахман», «Ғилмияза», «Ҡолой Кантон», «Таштуғай» кеүек халыҡ йырҙарын шул тиклем моңло итеп башҡара, ул һәр йыры аша үҙенең тыуған илен, халҡын данлай.
Уҡыусылар Тәнзилә Үҙәнбаеваның исеме тиҫтә йылдар инде йыр- моң яратыусылар күңелендә йондоҙ булып балҡыуы, ҡабатланмаҫ таланты, һөйкөмлөлөгө, ихласлығы, ижади егәрлелеге, тамашасыларына ҡарата ихтирамлы булыуы тураһында белделәр, мәғлүмәт алдылар.
Әлзирә КӘРИМОВА,
Д. Юлтый исемендәге китапхана китапханасыһы.
Оставить комментарий