Иҫтәлек булып йәшәр

Иҫтәлек булып йәшәр
“Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр” ти халыҡ мәҡәле. Баш ҡалабыҙ Өфөгә ике көнлөк экскурсияға барған Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары ошо хәҡиҡәткә тулыһынса ышанғандарҙыр, моғайын. Гимназия директоры Ғәлийәнова Зөлфиә Басир ҡыҙы ойошторған сәйәхәт мауыҡтырғыс та, фәһемле лә булды.
Өфөләге тәүге туҡталыш - “ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе”- 39-сы һанлы гимназия. Унда беҙ Туған телдәр көнөнә арналған Жәлил Кейекбаев исемендәге VII Халыҡ- ара фестивалендә ҡатнаштыҡ. Был сараға республиканың 24 ҡала һәм районынан командалар килгәйне. Онлайн-режимда Азербайжан, Белоруссия, Украина, Ҡырғыҙстан республикаларынан уҡыусылар “Халыҡ аҡылы - хазина” тигән интерактив квеста көс һынашты. Балалар 5 турҙа донъя халыҡ- тары мәҡәлдәрен белеү кимәлен күрһәтте, мәҡәлдәрҙе сағыштырҙы һәм сәхнәләштерҙе. Гимназиябыҙҙың VII класынан Айгүзәл Ғәлийәнова, Гөлсинә Нәбиуллина һәм Радмир Әҙелмырҙин Дүртөйлө ҡалаһынан килгән уҡыусылар менән бер командала булды. Улар һынатманы, Диплом һәм китап менән бүләкләнде.
Киләһе туҡталыш интерактив музейҙа булды. “Рәсәй. Минең тарихым” исемле мультмедия паркы Башҡортостан күргәҙмәләр комплексында урынлашҡан. 3D технологиялар ҡулланылған был паркты “тере” дәреслек тип әйтергә мөмкин. Экспозиция материалдары 500 техник сара ярҙамында күрһәтелеп, 7 500 квадрат метр майҙанды биләп тора. Был тарихи паркта “Рюриковичтар һәм Романовтар. Бөйөк кисерештәрҙән Бөйөк Еңеүгә тиклем. 1914-1945” һәм “Рәсәй - минең тарихым. 1945 - Иҫтәлек булып йәшәр 2016” исемле ике күргәҙмә эшләй. Уҡыусылар Башҡортостан тарихы тураһындағы интерактив өҫтәлдәрҙәге, китаптарҙағы мәғлүмәттәрҙе ҡыҙыҡһынып ҡараны. ”Их, тарих дәрестәрен ошо залдарҙа үткәрергә ине”, - тип хыялландыҡ беҙ.
Артабанғы юлыбыҙ “Ирәмәл” күҙәтеү тәгәрмәсенә алып килде. Ҡаланың матур, иҫтәлекле урындарын ҡоштар осор бейеклектән ҡарағанда, бер мәлгә генә ҡурҡыу хистәре лә уянды, шикелле. 2015 йылда асылған, бейеклеге 58 метр булған “Ирәмәл” күҙәтеү тәгәрмәсе Рәсәйҙәгеләрҙән ҡала алтынсы урында тора. Кабиналарға дүртешәр кеше ултырып, алты минут дауамында Өфөнө юғарынан ҡараныҡ. Ә шулай ҙа ерҙән атлауы яйлыраҡ икән. Башҡортостан Республикаһының Милли музейы Рәсәйҙә иң боронғоларҙан һанала. Бөгөнгө көндә 130 меңдән ашыу экспонаты булған музейҙы иртәнән кискә тиклем йөрөп ҡарарға мөмкин. Гимназия уҡыусылары тәбиғәт, археология, этнография, тыуған яҡты өйрәнеү бүлектәре менән ҡыҙыҡһынды, белемен байытты.
Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ БАЙРАМҒӘЛИНАның тулы материалын гәзиттең 24-се һанында (23.03.18) уҡығыҙ.
Оставить комментарий