Берҙәмлек - үҫеш билдәһе

1991 йылдың 6 июлендә “РСФСР-ҙың урындағы үҙидаралыҡ органдары тураһында” тигән закон ҡабул ителә. 1992 йылда ул “Рәсәй Федерацияһының урындағы үҙидаралыҡ органдары тураһында”тип үҙгәртелә. Яңы система, законға һәм Конституцияға ярашлы, халыҡ мәнфәғәтенән, уның тарихи, милли-этник үҙенсәлектәренән сығып, урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн булдырыла. Шул арҡала бөгөн урындағы үҙидаралыҡ институты йәмғиәттә иң мөһим һәм ҡеүәтле ролде үтәй. Үҙидаралыҡ органы, дәүләт ҡуйған бурыстарҙы теүәл үтәү менән бер рәттән, йәмәғәт ойошмалары менән дә тығыҙ бәйләнеш тота һәм шуның менән халыҡ һәм дәүләтте тоташтырған сылбыр ролен үтәй.
Белорет муниципаль районында бөтәһе 19 ауыл, 1 ҡала хакимиәте эшләй. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ территорияһы буйынса аныҡ үҫеш планы һәм дәүләт ҡуйған бурыстарҙы үтәүҙә етерлек тәжрибәһе бар. Шуға ла бөгөн юғары власть органдары, бизнес, башҡа структура етәкселәре һәм халыҡ менән үҙ-ара тығыҙ бәйләнеш, төрлө кимәлдәге матур мөнәсәбәт булдыра белмәгән хакимиәт башлыҡтары ла юҡтыр, сөнки нәҡ ошо сифаттарға эйә булған етәкселәр генә үҙ биләмәһендә лайыҡлы һәм сифатлы тормош булдыра ала.
МАҠСАТТАР ЯҠТЫ, КИЛӘСӘК ТӘ ӨМӨТЛӨ

 Берҙәмлек - үҫеш билдәһе
Хәмзә Салауат улы Мөхәмәҙиевтең дә Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы булып эшләүенә 4 йылға яҡын ваҡыт үтеп киткән. Ошо ваҡыт арауығында биләмәлә ниндәй үҙгәрештәр булыуы, ҡуйылған маҡсаттарҙың үтәлеше менән ҡыҙыҡһындыҡ.
Бөгөн Абҙаҡ ауыл хакимиәте биләмәһендә 2467 кеше йәшәй. Халыҡтың мәшғүллеге уңышлы хәл ителеү сәбәпле, ауылда эшһеҙлек проблемаһы юҡ тип әйтергә була. Абҙаҡтар ауыл территорияһында урынлашҡан Магнитогорск ял йорто базаларында, балалар лагерҙарында, шәхси эшҡыуарҙарҙа эшләй. Биләмәнең социаль-иҡтисади хәле ҡәнәғәтләнерлек, демография хәле лә зарланырлыҡ түгел, шул сәбәпле, 2003 йылда 264 балаға иҫәпләнгән ике ҡатлы мәктәп тә балалар тауышынан гөрләп тора. Был иһә ауылдың киләсәге ышаныслы тигәнгә лә ныҡлы дәлил. Хәмзә Салауат улы етәксе вазифаһын үҙ иңенә алыу менән, тәү сиратта, ауылды электр энергияһы менән тәьмин итеү системаһын яңыртыуҙан башлай. Бының өсөн, оҙаҡ йылдар хужаһыҙ булған системаны документтар әҙерләп, “Башкирэнерго” йәмғиәте балансына күсерергә кәрәк була. Ауыл эсендәге юлдарҙың да документы булмау сәбәпле, төҙөкләндереү эштәрен башлап булмай. Кәрәкле тупһаларҙы тапап, был мәсьәләне яйлағас, юлдарҙы тәртипкә килтереүгә тотоналар. Ошо ваҡыт эсендә 42 юл иҫәпкә ҡуйылып, күп урамдарға ҡырсынташ түшәлә. Был маҡсатта йыл һайын юлды тѳҙѳкләндереүгә бүленгән аҡса тотонола. Быйылға Абҙаҡ, Яңы Абҙаҡ, Мөхәмәт ауылдарының автомобиль юлдарын ремонтлау планлаштырылған. Был маҡсаттан 750 мең һум аҡса тотоноласаҡ тип күҙаллана. Дәүләт күрһәткән ярҙамды ла ауыл хакимиәте мөмкин тиклем уңышлы файҙаланырға тырыша. Мәҫәлән, быйыл “Реаль эштәр” программаһы буйынса Мөхәмәт ауылы урамдарының яҡтыртыу системаһына энергия һаҡлау технологияларын файҙаланып, капиталь ремонт яһаласаҡ. Быға 100 мең һум аҡса бүленгән. Тѳҙѳкләндереү миҙгеле башланыу менән эшкә тотоноу планлаштырылған.
Һәр ауылдағы кеүек Абҙаҡта ла көнкүреш сүп-сарын ситкә сығарыу көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Был йәһәттән халыҡ менән аңлатыу эше алып барыла. Әлеге ваҡытта Роберт Ғизитдинов, Яңы Абҙаҡ ауылы депутаты Николай Заика проблеманы хәл итергә ярҙамлаша. Ауылды үҫтереү, үҙ балаларына матур киләсәк булдырыу өсөн ауыл халҡы ла хакимиәт менән бер ҡаҙанда ҡайнай. Шул арҡала Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар стелаһы янына ошо һуғышта ҡатнашҡандар һәм тыл ветерандарына таҡтаташ ҡуйып, Мәңгелек ут тоҡандырыуҙа ла ауылдаштар үҙ өлөшөн индерә. Бындай изге эштән мѳхәмәттәр ҙә ситтә ҡалмаған, улар үҙ яугирҙары иҫтәлеген гранит таш менән мәңгеләштергән.
Быйыл абҙаҡтар “Урындағы инициативаларға ярҙам итеү” программаһында ҡатнашыу өсөн дә заявка биргән. Дөйөм йыйылышта берәүҙәр мәктәп ихатаһына тротуар түшәргә, икенселәр ауыл зыяратын тѳҙѳкләндерергә тигән тәҡдимдәр индерә. Шулай ҙа берҙәм ҡарар менән трактор алырға тип хәл ителә. Был эште тормошҡа ашырыу өсөн “Абҙаҡ” тау саңғыһы базаһы, төрлө ҡунаҡхана комплекстары һәм “Потенциал-Недра” карьеры бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтергә әҙерлеген белдергән. Конкурста еңгән осраҡта халыҡтан 230 мең һум аҡса йыйырға кәрәк буласаҡ.
Э.Мөхәмәҙиеваның тулы материалын гәзиттең 24-се һанында (23.03.18) уҡығыҙ.
Оставить комментарий