Мѳмкинлектәр артты

Быйыл Белорет районы йорттарға капиталь ремонт яһау ѳсѳн былтырғынан ике тапҡырға күберәк аҡса аласаҡ.
Әле 34 күп фатирлы йортҡа капиталь ремонт яһау планлаштырылған. Шуларҙың 27-һендә лифттарға ремонт, 14 йорттоң ҡыйығы, 10 йорттоң фасады яңыртыласаҡ. Былтырғы кеүек быйыл да ҡайһы бер йорттарға бер юлы ике тѳрлѳ ремонт яһаласаҡ. Мәҫәлән, ҡаланың Куйбышев урамындағы 4-се йорттоң да ҡыйығы һәм фасады яңыртыласаҡ. Капиталь ремонт ѳсѳн бѳтәһе 112 млн. һумдан ашыу аҡса бүленгән. Был сумма былтырғынан ике тапҡырға күберәк. Бындай мѳмкинлек белореттарҙың капиталь ремонт ѳсѳн әүҙемерәк һәм ваҡытында түләүе арҡаһында килеп сыҡҡан. Бѳгѳн был йыйым күрһәткесе 90 процентҡа еткән. Республика бюджетынан лифттарҙы ремонтлау ѳсѳн дә аҡса бүленгән. Әле был йәһәттән конкурс үткән һәм эш башлау ѳсѳн подрядсылар билдәләнгән.
Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Оставить комментарий