Ғаиләң булһын терәгең!

Ғаиләң булһын терәгең!
Сермән күп тармаҡлы ауыл клубында Ғаилә йылына арналған “Минең ғаиләм - минең терәгем” тип аталған конкурс уҙҙы. Унда Таиповтар һәм Хөснөтдиновтар ғаиләләре ҡатнашты.
Сермән ауыл хакимиәте башлығы Лилиә Вил ҡыҙы Сибәғәтова сәләмләү һүҙендә был сараның мөһимлеген һәм әһәмиәтен билдәләп, ауылдың йәмәғәт тормошонда актив ҡатнашҡандарға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
“Визит карточкаһы” конкурсында ҡатнашыусылар ғаиләләре менән таныштырҙы. Зөлфиә һәм Рифат Таиповтарҙың ғаиләһендә 5 ҡыҙ һәм 1 малай үҫә. Атай эштә саҡта әсәй балалары менән конкурста ҡатнашты. Апайлы-һеңлеле Лиана менән Диана бәләкәйҙән үк музыка мәктәбенең бейеү түңәрәгендә шөғөлләнәләр. Ә инде уларҙан бәләкәйерәк ҡыҙҙар ошонда уҡ һүрәт төшөрөү класына йөрөй.
Хөснөтдиновтар 3 егетте уллыҡҡа алған. Лариса Зариф ҡыҙы - башланғыс кластар уҡытыусыһы. Ѳлкән ҡыҙы Милана - студентка, Өфөлә белем ала. Лариса Зариф ҡыҙы, кескәйҙәрҙе уҡырға, яҙырға өйрәтеү менән бер рәттән, үҙ ғаиләһенә һыйындырған улдары менән дә шөғөлләнергә, төрлө сараларҙа ҡатнашырға ла ваҡыт таба. Фәнүр алдынғы спортсы булһа, мәктәптәге бер генә сара ла Вадимһыҙ үтмәй. Ул аппаратуралар менән оҫта эш итә һәм бик яҡшы диджей. Вадим шулай уҡ мәктәп тормошонда актив ҡатнаша һәм спорт менән шөғөлләнә.
“Ғаиләбеҙҙең яратҡан ашы” конкурсында башҡорт милли аштары тәҡдим ителде. Конкурсанттар алып барыусыларҙың төрлө һорауҙарына яуап бирҙе, йырланы, бейене, таҡмаҡтар әйтте, хатта инструменталь ансамблдә сығыш яһаны. Ҡыҫҡаһы, улар бөтә һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтте. Шулай уҡ ауылдың һәүәҫкәр артистары: Дилә Атауллина етәкселегендәге ҡыҙҙар вокаль ансамбле, Хөснә Мәхмүтова, Сафура Абдрахманова, Айгөл Кил- мөхәмәтова, Дилә Атауллиналарҙың моңло йырҙары, Айгөл Мағазова етәкселегендәге Арсен Нәжметдинов менән Айгиз Исламовтың “Бөрйән егеттәре” бейеүе, Гөлфиә Шакирова етәкселегендәге “Ағиҙел” театр түңәрәге артистарының интермедиялары тамашасы күңеленә хуш килде. Һәммәһе лә рәхәтләнеп көлдө, ял итте.
Конкурста еңеүселәр билдәләнмәне, бары ошо ваҡыт эсендә үҙҙәренең һәм балаларҙың ваҡытын файҙалы һәм фәһемле уҙғарыу, башҡаларҙан өлгө һәм тәжрибә алыу мөмкинлегенә эйә булдылар. Ата-әсәләр ауылдың йәмәғәт тормошонда актив ҡатнаша икән, тимәк, балалар ҙа уларҙан өлгө алып, ваҡыттарын телевизор һәм компьютер артында сарыф итмәй, спортзалда һәм төрлө түңәрәктәрҙә уҙғарасаҡ, мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәйәсәк. Конкурста ҡатнашҡан Таиповтар, Хөснөтдиновтар ғаиләләренә, һәүәҫкәр артистарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ һәм ауылдаштарҙың ошондай сараларҙа актив ҡатнашып йәшәүен теләйбеҙ. “Минең ғаиләм - минең терәгем” конкурсының Сермәндә һәйбәт традицияға әйләнеренә ышанабыҙ.
Зөлфиә ЯЛАЛЕТДИНОВА,
Сермән күп тармаҡлы ауыл клубы белгесе.

Оставить комментарий