Рейтинг тауыш биреү үтте

Белореттар Рәсәй Президентын һайлаған көндө капиталь ремонт яһаласаҡ йәмәғәт территорияларына ла тауыш бирҙе. Был көндә йәшниккә төшөрөлгән бюллетендәр ниндәй объектты һайларға кәрәклеген аныҡ хәл итте.
Рейтинг тауыш биреүҙе иҫәпләү өсөн 22 территориаль комиссия булдырылды. Улар иртәнге 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем эшләне. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн тауыш биреү йәшниктәре һайлау участкалары эшләгән бинаға ҡуйылғайны. Һәр участкала ирекмәндәр эшләне. Улар белореттарға 2018-2019 йылдарҙа капиталь ремонт яһаласаҡ йәмәғәт территорияларын һайлау буйынса үҙ ярҙамын күрһәтте.
Төҙөкләндереләсәк йәмәғәт территорияларын һайлағанда халыҡтың фекере бер нисәгә бүленде. Сөнки һәр кем нәҡ үҙе һайлаған территорияға ремонт яһауҙарын теләне. Әлеге ваҡытта индерелгән тәҡдимдәр теүәл иҫәпләнгән. Рейтинг тауыш биреүҙә 13 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Бер юлы ике объектты һайларға мөмкин булғанлыҡтан, тауыш биреү ҙә 20 меңдән ашып киткән. Рейтинг буйынса һайланған территориялар араһында тәүге урынға Блюхер һәйкәле, икенсе урынға Ленин скверы, өсөнсө урынға Уҡытыусылар скверы сыҡты. Хәҙер эште йәмәғәт комиссияһы дауам итәсәк һәм ҡайһы йәмәғәт территорияһына ѳҫтѳнлөк бирелеүен иҫәпкә алып, Блюхер һәм уға яҡын территорияны ремонтларға тигән ҡарар сығарҙы.
Эльза Мөхәмәҙиева.

Оставить комментарий